Бөгөн Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстандың Жокаргы Кенесы (Юғары советы) рәйесе Морат Камалов менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Осрашыу алдынан төбәктәрҙең етәкселәре Ҡарағалпаҡстандың баш ҡалаһы үҙәге – Нукус-ситиҙы реконструкциялау проекты менән танышты. Бында бизнесты үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырыу планлаштырыла.
Һөйләшеүҙәр башланғас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандағы коллегаларына ихлас ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте.
– Башҡортостан менән Ҡарағалпаҡстанды күптәнге дуҫлыҡ берләштерә. Был дуҫлыҡтың тамырҙары алыҫ үткәндәрҙән килә. Ҡыпсаҡ телдәренең оҡшашлыҡы, төрки йолалар туғанлығыбыҙҙы раҫлай, – тине төбәк етәксеһе. – Изге мөнәсәбәттәрҙе әле лә һаҡлайбыҙ. 1976 йылда Ҡарағалпаҡстанда Башҡорт АССР-ы әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үткәрелде. Сирек быуат элек тиерлек төбәктәребеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлек принциптары тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Һәм бөгөн беҙ партнерлығыбыҙҙы сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығара алабыҙ.
Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһы сәфәренең маҡсаттары тураһында ла һөйләне.
– Иртәгә Ташкентта беҙ Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырабыҙ, бер нисә килешеү төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тине ул. – Ике яҡлы сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәрҙе, инженерлыҡ-коммуникация, етештереү һәм сервис инфраструктураһын үҫтереү, социаль тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса Башҡортостан менән Ҡарағалпаҡстан араһында юл картаһын әҙерләргә тәҡдим итәм.
Башҡортостан Башлығы Морат Камаловты 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү сараларына саҡырҙы. Морат Камалов Ҡарағалпаҡстандың сәнәғәт ҡеүәте тураһында һөйләне, ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Һөйләшеү барышында яҡтар сәнәғәттә, ауыл хужалығында, туризмда һәм мәҙәниәттә хеҙмәттәшлекте киңәтеү мәсьәләһен тикшерҙе. Атап әйткәндә, кальцийлы сода етештереү, бал эшкәртеү өлкәһендәге берлектәге эшмәкәрлек мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Ҡарағалпаҡстан Башҡортостанға иләнгән кизе-мамыҡ еп, тегелгән, трикотаж әйберҙәр, емеш-еләк, йәшелсә, тоҙ һәм башҡа тауарҙар сығарырға ниәтләй.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡарағалпаҡстан Министрҙар советы рәйесе Ҡахраман Сариев төбәк-ара хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.
Сара тамамланғас, Радий Хәбиров һәм Морат Камалов журналистар менән аралашты.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press