Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сәмәрҡәнд өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү ниәте тураһында яҙҙы.
“Үзбәкстандың ҙур иҡтисади үҙәге булған Сәмәрҡәнд өлкәһе менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Иң элек – атай-олатайҙарыбыҙ һәм ватандаштарыбыҙ яҙмышы аша. Дуҫлығыбыҙҙы тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр менән нығытырға ниәтләйбеҙ. Үзбәкстан менән Башҡортостандың был йәһәттән ҡеүәте ғәйәт ҙур. Бөгөн Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек.
Ауыл хужалығы – Башҡортостанды Үзбәкстандан йәшелсә һәм емеш-еләк ташыу менән ҡыҙыҡһындыра. Үҙебеҙҙең яҡтан киптерелгән һөт, көнбағыш майы, инкубация йомортҡаһы менән тәьмин итеүҙе арттырырбыҙ. Беҙ ауыл хужалығындағы һәм умартасылыҡтағы тәжрибә, технологиялар, ғилми ҡаҙаныштар менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Шул уҡ ваҡытта төбәккә Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын да сығарырға теләйбеҙ.
Еңел сәнәғәт – бында Сәмәрҡәнд өлкәһенән текстиль, туҡыма, трикотаж һәм тегелгән әйберҙәр ташыу тураһында һүҙ бара. Бөгөн SAG компанияһы етәкселеге менән беҙҙә, Башҡортостанда, келәм етештереү мөмкинлеген тикшерҙек. SAG Урта Азия һәм БДБ биләмәһендә келәм етештергән иң ҙур компанияны тәшкил итә. Республикабыҙ йылдам үҫә, был продукцияға мотлаҡ ихтыяж булыр, тип ышанам. Иҡтисади күҙлектән иһә – эш урындары барлыҡҡа киләсәк, һалым кереме буласаҡ.
Беҙ Сәмәрҡәндкә машиналар эшләү комплексы, станоктар эшләү заводтары продукцияһын сығарырға әҙербеҙ. Һәм, әлбиттә, беҙ туризм өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү яҡлыбыҙ. Ләкин был айырым тема”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/wall413272232_805295
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_805295