

Дүртөйлө районындағы “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы” яҙғы сәсеү эштәрен тамамлау алдында.
Дүртөйлө районындағы “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңғандарына бөгөн баҫыуҙа тынғылыҡ юҡ. Механизаторҙар Илгиз Исламов, Рифҡәт Исхаҡов, Айҙар Саматов көндө төнгә ялғап, ең һыҙғанып, яуаплы, йылды туйҙырыр эш менән мәшғүл. К-701 тракторы, “Омичка” сәсеү машинаһы, “Кузбасс” сәсеү комплексы арпа, бойҙай культураларын, һоло, борсаҡ һ.б. сәсә. Рәфис Нуриәхмәтов ужымды өҫтәлмә туҡландыра, водителдәр Венер Миңнитдинов, Рөстәм Сибәғәтуллин, Фәнис Гәрәев, Юлай Маргамов баҫыуға ашлама ташый. Тоҡомсолоҡ заводы директоры Фирҙәүес Мөхәмәтнур улы Кәбиров, был йыл уңдырышлы булыр, тип фаразлай.
Хужалыҡтың һөрөнтө ер майҙаны – яҡынса 3 мең гектар. Бөгөнгө көнгә 630 гектарҙа ужым, 515 гектарҙа – арпа, шулай уҡ ярауай бойҙай (330 га), рапс (140 га), борсаҡ (50 га), көнбағыш (95 га) сәселгән. Бер гектар сәсеү майҙанына 36,6 килограмм ашлама тура килә. Тиҙҙән 100 гектар майҙанда ҡарабойҙай сәсергә йыйыналар, орлоҡ етерлек кимәлдә әҙерләнгән.
Тоҡомсолоҡ заводында 349 баш Бестужев һәм 120 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы үрсетелә. Хужалыҡта 97 кеше эшләй. Ат ҡараусы Ғәни Гәрәев, һауынсылар Флүрә Голова, Вәзимә Әхмәтшина үҙ эштәренә бик яуаплы ҡарай. Һәр ҡара-сыбар тоҡом һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 7000 килограмм, Бестужев тоҡомонан 6000 килограмм һауып алына. Һөт тәүлегенә 6 тонна һатыла – Бөрө, Дүртөйлө “СЫРОТОРГ” һөт комбинатына тапшырыла.
“Бестужев тоҡомло малдар әлеге көндә йәйләүгә әҙерләнә”, – ти Фирҙәүес Мөхәмәтнур улы. Ул тоҡомсолоҡ заводын 2019 йылдан алып етәкләй. Ошо уҡ райондан, Арғымаҡ ауылынан. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоология факультетын тамамлаған. Талапсан етәксе тыуған еренең һулышын тоя, кешеләренең холоҡ-фиғелен яҡшы белә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең һәр береһе менән уртаҡ тел таба.
Ит һәм һөт һатыу, мал аҙығы культуралары сәсеү менән әүҙем шөғөлләнгән “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы” яҙғы сәсеү эштәрен ваҡытында тамамлай. Көҙөн дә, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре әлегеләй тырышлыҡ, егәрлелек күрһәтһә, йыл матур килһә, мул уңыш алыуға ирешер.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

