Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Май , 19:45

19 инвестиция килешеүе төҙөү күҙаллана

Үзбәкстанға сәфәр барышында республика предприятиелары вәкилдәре партнерҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара.

19 инвестиция килешеүе төҙөү күҙаллана
19 инвестиция килешеүе төҙөү күҙаллана

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә Үзбәкстанға сәфәр барышында республика предприятиеларының һөйләшеүҙәр алып барыуы тураһында яҙҙы.

“Башҡортостандың Үзбәкстанға килгән 96 ҙур, уртаса һәм бәләкәй предприятиеһы вәкилдәре потенциаль партнерҙар менән әүҙем һөйләшеүҙәр алып бара. Бөгөн 200 миллион долларлыҡ тиерлек 19 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы планлаштырабыҙ. Был проекттарҙы йылдам һәм һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу, яңыларын йәлеп итеү өсөн үҙебеҙҙең сауҙа вәкилдәрен бында командировкаға ебәрербеҙ. Хеҙмәткәрҙәр бизнесмендарҙың һәм предприятиеларҙың үҙ-ара эшмәкәрлеген ойоштороу менән шөғөлләнәсәк”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: t.me/agnazarov/189

Сығанаҡ: t.me/agnazarov/189

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в