Бөгөн Ташкентта Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы булды. Ике республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, эшҡыуарҙары осрашып һөйләште, тәжрибә уртаҡлашты, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мөмкинлеге буйынса фекер алышты.
Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-миссияһы эшен юғары баһаланы.
– Бында экспорт йүнәлешендәге 70 компания, шул иҫәптән 14 ҙур предприятие, 56 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, импортлаусы туғыҙ предприятие, биш бизнес ассоциацияһы вәкиле бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҙур команда алып килдек, пландарыбыҙ байтаҡ.
Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы партнерҙарға йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисын асыуҙы мөһим ваҡиға тип билдәләне. Яңы офисҡа Марсель Әсфәндийәров етәкселек итә.
Ташкент хакимы Джахонгир Артыҡходжаев Рәсәй менән Үзбәкстан араһындағы мөнәсәбәттәр үҫешенә юғары баһа бирҙе.
– Ике дәүләт ҡалалары һәм төбәктәре араһындағы тура бәйләнеш бизнесмендар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттыра, – тине ул. – Әлеге форум Ташкент менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә яңы этәргес бирер, тип ышанам. Һуңғы дүрт йылда Ташкент һиҙелерлек үҙгәрҙе, беҙ байтаҡ өлкәләрҙә – төҙөлөштә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, туризмда бай тәжрибә тупланыҡ. Уны дуҫтарыбыҙ, партнерҙарыбыҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте тураһында ентекле һөйләне. Сарала Үзбәкстандың сәнәғәт предприятиелары етәкселәре сығыш яһаны. улар химия һәм туҡыу сәнәғәтендә кооперацияның ҡеүәте менән таныштырҙы.
Форум аҙағында Башҡортостан менән Ташкент компаниялары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Әйткәндәй, Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре сит ил партнерҙары менән 200 миллион долларлыҡ 19 килешеү төҙөнө.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press