Кисә Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәмәрҡәндтә урынлашҡан илдә келәм етештереү буйынса иң ҙур предприятие “СамАнтепГилам”да булды. 2000 йылда ҙур булмаған туҡыу фабрикаһы рәүешендә асылған завод 20 йыл эсендә Урта Азияла һәм БДБ-ла келәм етештергән төп предприятиеларҙың береһенә әүерелгән.
Радий Хәбиров заводта сығарылған продукция төрҙәре менән танышты. Ул Үзбәкстан предприятиеһы компетенцияһына юғары баһа бирҙе һәм “СамАнтепГилам” етәкселеген республикабыҙҙағы индустриаль майҙансыҡтарға килеп, келәм етештереү производствоһы асыу мөмкинлеген ҡарарға саҡырҙы.
– Әлегә Башҡортостанда бындай завод юҡ. Әммә торлаҡ төҙөлөшөнөң әүҙем барыуын иҫәпкә алғанда, келәм продукцияһына ихтыяж ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ сеймал, инфраструктура һәм ҡорамалдар, шулай уҡ келәм һәм яһалма материалдар етештереүҙе үҫтереү өсөн финанс ярҙамы сараларын тәҡдим итә, Үзбәкстандағы партнерҙарыбыҙға яҡшы һатыу баҙарын аса алабыҙ. Бындай завод беҙҙең еңел сәнәғәт өсөн яҡшы этәргес булыр, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирер ине.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press