Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуы тураһында яҙҙы.
“Бөгөн Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осраштыҡ. Ҡунаҡсыл ил етәкселегенә делегациябыҙҙы йылы ҡабул иткән өсөн ҙур рәхмәт.
Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин менән Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Миромонович Мирзиёевтың араһындағы ихлас, ышаныслы мөнәсәбәттәр илдәребеҙ, шул иҫәптән төбәктәребеҙ араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтә.
Абдулла Ниғмәт улы менән сәнәғәт, шул иҫәптән машиналар эшләү, ауыл хужалығы өлкәһендәге артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙек. Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы вәкиле офисы эшләй башлай. Был беҙҙең бизнесҡа яңы баҙарҙарҙы асырға ярҙам итер, тип ышанам.
Мәҙәниәт, фән, мәғариф, туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Быуаттар дауамында һыналған дуҫлығыбыҙҙы ла нығытабыҙ.
Осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышы була. Унда Үзбәкстан менән Башҡортостан араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлектең артабанғы аҙымдары буйынса фекер алышырбыҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты. Иң элек ул Абдулла Ниғмәт улына йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте. Сәфәр барышында делегациябыҙҙың Ҡарағалпаҡстанда, Сәмәрҡәнд өлкәһендә һәм Ташкентта булыуы, Үзбәкстанға ҙур өмөттәр бағлап, эшләү теләге менән килеү тураһында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы ике төбәк араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе, сауҙа әйләнешен үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәт тупланыуын телгә алды. “Беренсенән. Республикаларҙың тырышлығы Үзбәкстан менән Башҡортостан араһындағы үҙ-ара иҡтисади эшмәкәрлек ҡеүәтенә ярашлы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн етерлек кимәлдә булманы. Ҡасандыр беҙ быны күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ, ваҡыт та булманы. Ике йыл элек үк Үзбәкстан менән бәйләнеште үҫтерергә ҡарар иткәйнем. Унан коронавирус пандемияһы башланды. Әле иһә беҙ башҡара алмағанды эшләргә тырышабыҙ тиергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Икенсенән. Беҙ Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Ниғмәт улы Арипов менән үҙ-ара тауар әйләнешен арттырыу өсөн ҡеүәт барлығын билдәләнек. Делегациябыҙ составында Башҡортостандан 96 эшҡыуар килде. Улар үҙҙәренә партнер эҙләй һәм бер нисә килешеү төҙөп тә өлгөрҙө".
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республикаға Үзбәкстандан ауыл хужалығы продукцияһын ташыу күләмен арттырырға кәрәк. “Беҙҙе туризмды үҫтереү ҡыҙыҡһындыра. Өфәнән авиарейстар һанын арттырыу, Өфө – Сәмәрҡәнд тура авиарейсын асыу тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Әле Өфөнән Ташкентҡа, Наманганға осалар, тик бик һирәк, аҙнаһына бер тапҡыр ғына, шуға ла рейстар һанын арттырыу шарт”, – тине Радий Хәбиров.
“Бында эшлекле кешеләр йәшәй. Беҙ юл картаһын төҙөргә килештек, – тип һүҙен дауам итте Башҡортостан етәксеһе. – Бынан ҙур өмөттәр менән ҡайтабыҙ. Әле генә Наманган өлкәһенән ҙур сәнәғәтсе менән осраштыҡ. Ул беҙҙең Благовещенда ҙур завод асмаҡсы. Бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ, алға барырға тырышабыҙ. Эшебеҙ уң булыр”.
Фото: vk.com/wall413272232
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232