Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Май 2022, 10:00

Нефтселәр күргәҙмәгә йыйыла

30-сы Халыҡ-ара "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһе Рәсәй һәм сит илдәрҙән 250 компанияны йыясаҡ

Нефтселәр күргәҙмәгә йыйыла
Нефтселәр күргәҙмәгә йыйыла

24 - 27 майҙа Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр залында 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар — 2022" күргәҙмәһе үтәсәк.

Форум һәм күргәҙмә илдең иң ҙур һөнәри майҙансығы булып тора, ул быйыл күп һанлы ойошмаларҙы берләштерәсәк. Был 13 тармаҡ берекмәһе, 21 ғилми ойошма, 250 компания күргәҙмә экспозицияһында ҡатнашасаҡ, шуларҙың 45-е беренсе тапҡыр был сараға килергә ниәтләй. Рәсәйҙең 35 төбәгенән, Үзбәкстан, Әзербайжан, Монголия һәм Башҡортостандан ҡатнашыусылар теркәлгән, сараға 20 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә.

— Форум сиктәрендә республика предприятиелары етештергән продукция исемлеген киңәйтеү, уларҙың етештереү потенциалын күрһәтеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Нефть һәм газ тармағы һәр ваҡыт илебеҙҙең сәнәғәт, иҡтисади һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереүҙә мөһим роль уйнаны. Шуға күрә был тармаҡтарҙа тупланған тәжрибәне һаҡлап ҡалыу, сит илдәрҙең сәнәғәт продукцияһын тулыһынса алмаштырыу бөгөн мөһим, — тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шелдяев.

Экспозиция ике участкала — ябыҡ һәм асыҡ һауала ойоштороласаҡ, унда нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар ҡуйыласаҡ.

Ни бары 4 көн эсендә 45 эшлекле сара үтәсәге планлаштырыла. Сараның эшлекле өлөшөнөң төп темаһына нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өсөн эске технологияларҙы үҙләштереү, ғәмәлдә импортты алмаштырыу, кризисҡа ҡаршы ярҙам саралары — нефть һәм газ инженерияһын үҫтереүгә этәргес биреү, хәҙерге шарттарҙа нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы технологияһын үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләр инә.

Форум сиктәрендә стратегик сессия үтәсәк. Фекер алышыу сессиялары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар буласаҡ, унда яҡын киләсәктә нефть һәм газ сәнәғәте үҫешенең төп тенденциялары тикшереләсәк. Башҡортостан компаниялары сит ил партнерҙары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыр тип күҙаллана.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп, теркәлергә кәрәк: https://ufabvkexpo.ru/meropriyatiya/30-ya-yubilejnaya-mezhdunarodnaya-vystavka-forum-gaz-neft-tehnologii-2022/

Фото ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәге сайтынан алынды.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: