Сит ил брендтарының китеүе яңылыҡ түгел, Рәсәй халҡының быға бик иҫе китеп бармай хәҙер. Аренаға импортты алмаштырыу процесына әүҙем ҡушылған үҙебеҙҙең предприятиелар сыға. Шуларҙың береһе – Өфөнөң “Оптри” тегеү фабрикаһы. Яңы технологияларҙы ҡулланыу, республиканың дизайнерҙары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында, компания төбәктә алдынғы мәктәп формаһы етештереүсе булып танылды.
Бар Өфө мәктәптәре һуңғы йылдарҙа берҙәм мәктәп формаһына өҫтөнлөк бирә. Тотош класс өсөн ниндәй форма һайларға, ҡайһы тегеү фабрикаһына өҫтөнлөк бирергә – ата-әсәләр өсөн йыш ҡына был мәсьәлә проблемаға әйләнә.
Фабрика тураһында күптәр белә хәҙер, уның даны “сарафан радиоһы” аша тиҙ таралды. Мәктәп миҙгеле алдынан эш бигерәк тә күбәйә. Компания эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш булғандар, формаларға алдан заказ бирә.
Туҡыманы Рәсәй етештереүселәренән ҡайтарталар. "Чайковская текстильная фабрика", "Павлово-Посадский камвольщик" йәмғиәттәре менән бәйләнеш булдырылған. Санкцияларҙы һәм сиктәрҙең ябылыуын иҫәпкә алып, Европанан килтерелгән сеймалды Төркиә, Ҡытайҙыҡына алмаштырырға күҙаллайҙар.
Компания етәкселеге һүҙенән, маркет-плейсҡа сыҡҡас, заказдар һаны бермә-бер артҡан. Әле Краснодар крайы магазиндары менән бәйләнеш булдырылған. Был башҡа төбәктрҙең дә Башҡортостан етештереүселәренә ышаныс белдереүе тураһында һөйләй, тимәк фабрика үҫешәсәк, яңы филиалдар асып, географияһын киңәйтәсәк.