17 майҙа Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, шулай уҡ өлкә хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, сәнәғәт, эшлекле һәм мәҙәни-белем биреү бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Осрашыуҙы асып, Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы ике республиканың дөйөм үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.
– Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында күптән инде тығыҙ мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән. Халыҡтарыбыҙ бик күп дөйөм ҡиммәттәргә эйә, – тине ул. – Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм туризм өлкәләрендә артабан хеҙмәттәшлекте үҫтерергә мөмкин тигән фекерҙәмен. Бөгөнгө осрашыу – төбәк-ара эшмәкәрлекте нығытыу йәһәтенән мөһим аҙым ул. Яҡын арала Сәмәрҡәнд делегацияһы Башҡортостанға барырға ниәтләй.
Радий Хәбиров республика делегацияһы исеменән Сәмәрҡәнд өлкәһе етәкселегенә ихлас ҡабул иткән, хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылған өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ сәфәр һөҙөмтәһе буйынса өлкә менән үҙ-ара эш итеү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы төҙөләсәге тураһында ла белдерҙе.
– Беҙҙең бурыс – республикабыҙ өсөн Үзбәкстанға ҡапҡаны асыу. Минеңсә, Үзбәкстан эшҡыуарҙары һәм туристары ла Башҡортостанда үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған өлкәләрҙе таба алыр ине, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ауыл хужалығында, мәғарифта һәм туризмда хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республикабыҙға Сәмәрҡәнд өлкәһенең төҙөлөш, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, инвесторҙар менән эшләү, шулай уҡ төбәктәрҙең ғилми учреждениелары араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу өлкәһендәге тәжрибәһе айырыуса ҡыҙыҡлы.
– XIV быуат аҙағында, Аҡһаҡ Тимер идараһының һуңғы тиҫтә йылында уның ставкаһы Башҡортостандағы хәҙерге Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан була, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ошо тематика буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм тикшеренеүҙәргә әҙерләнеү өсөн белгес-археологтарыбыҙҙы Үзбәкстанға ебәрергә теләйбеҙ.
Республика Башлығы Үзбәкстандың тауар етештереүселәренә Башҡортостандағы ҡулланыусылар баҙарын емеш-еләк, йәшелсә менән тәьмин иткән өсөн рәхмәт әйтте. Бынан тыш, ул Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү сараларына саҡырҙы. Ә Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге эксперттарҙы үҙҙәрендә көтөп ҡала. Улар шулай уҡ Рәсәй туристарын да көтә.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров үткән һөйләшеүҙәрҙе юғары баһаланы.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press