Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май , 22:15

Яңы юл төҙөүгә әҙерлек тикшерелде

М-12 трассаһының Башҡортостан аша үтеүе иҡтисадҡа яңы һулыш бирәсәк.

Яңы юл төҙөүгә әҙерлек тикшерелде
Яңы юл төҙөүгә әҙерлек тикшерелде

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Автодор” дәүләт компанияһы идаралығы рәйесе Вячеслав Петушенко М-12 Мәскәү – Түбәнге Новгород – Ҡаҙан тиҙлекле трассаһының республикабыҙ биләмәһендә Екатеринбургка тиклемге дауамын төҙөүгә арнап кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәктең яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары вәкилдәре һәм “Автодор” дәүләт компанияһы белгестәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә инженер селтәрҙәрен яңынан күсереү, урман тергеҙеү һәм М-12 трассаһы буйлап юл буйы сервисы объекттарын төҙөү мәсьәләләре ҡаралды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, М-12 тиҙлекле магистрален Екатеринбургка тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса оҙайттылар. Проектҡа булған федераль юл селтәрен төҙөкләндереү һәм 275 километр оҙонлоғонда яңы Дүртөйлө - Әшит юлы участкаһын төҙөү инә. Беҙҙең республика биләмәһе буйынса яңы трассаның 140 километры үтәсәк. Төбәк участкаһында ике транспорт сиселеше, 19 күпер һәм дүрт юл үткәргес төҙөргә йыйыналар. Дүртөйлө - Әшит юлы буйлап хәрәкәтте ике йылдан ебәрәсәктәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, республика яғынан графикка ярашлы бөтә әҙерлек эштәре лә бара. Яңы магистраль өсөн Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарында кәрәкле юл участкаларын рәсмиләштергәндәр, шулай уҡ трасса янында төҙөлөш материалдары табыр өсөн карьерҙар әҙерләгәндәр.

– Вячеслав Петрович, һеҙгә юлды проектлағанда халыҡтың һәм муниципаль райондар хакимиәтенең фекерен иҫәпкә алып эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Юлды быйыл төҙөй башларға йыйыналар. Беҙ эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

“Автодор” идаралығы рәйесе ҙур проекттың параметрҙарын килешеү буйынса Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен юғары баһаланы.

– Беҙ әле республика коллегалары менән бергә яңы трассаны әҙерләү һәм проектлау буйынса килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, – тине Вячеслав Петушенко. – Төҙөлөш башланыу менән Башҡортостан иҡтисады үҫешкә өҫтәмә импульс аласаҡ. Һүҙ тәү сиратта төҙөлөш материалдары секторы һәм күпләп яңы эш урындары булдырыу тураһында бара.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в