Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май , 14:30

300-ҙән ашыу осрашыу булды

Был ҙур сарала 20-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды.

300-ҙән ашыу осрашыу булды
300-ҙән ашыу осрашыу булды

18 майҙа төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре тамамланды. Бизнес-миссия барышында сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек итеү ихтималы булған партнерҙар менән 300-ҙән ашыу осрашыу уҙҙы. Һөйләшеү барышында Башҡортостандың машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, косметика, төҙөлөш, йыһаз тармағы предприятиелары продукцияһы реэкспорты һәм поставкаһы тураһында килешеүгә өлгәшелде. Сарала 20-нән ашыу, шул иҫәптән 100 миллиондан ашыу күләмдә экспорт килешеүенә, ҡул ҡуйылды.

Сәфәрҙә Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев “ГазРесурс” компанияһының етештереү ҡеүәте менән танышты, предприятие етәксеһе Ҡөҙрәт Абдуллаев менән осрашты. Компания тәбиғи газ өсөн баллонлы ҡорамалдар сығара. Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостандағы “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә газ баллондары етештереү буйынса 1,5 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Ер участкаһы алынған, проект-смета документтары әҙерләнә.

Нукус ҡалаһында Александр Шельдяев көнкүреш техникаһы сығарған Technic Globe предприятиеһы етәкселеге менән осрашты. Компания электроника һатыу менән шөғөлләнгән ҙур магазиндар селтәре аша Рәсәй баҙарына сығырға ниәтләй.

Министр шулай уҡ “Титан цемент” йәмғиәтен ойоштороусы менән осрашыуҙа баҡыр, каустик сода һәм химик хлор етештереү буйынса инвестиция проекттары буйынса фекер алышты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в