"Хәҙер итальян сырҙарын беҙҙең һыйыр һөтөнән яһаясаҡтар. Яңауыл районында республикала берҙән-бер шундай производство сафҡа индерелде. "Еңеү" заводында "кальята" итальян сырын етештерә башланылар. Был – "моцарелла", "сулугуни", иретелгән сыр эшләү өсөн ярымфабрикат.
Көнөнә 30 тонна һөт эшкәртәсәктәр, тәүҙә тәүлегенә 1,5 тонна сәнәғәт сыры эшләйәсәктәр, аҙаҡтан был һанды ике тапҡыр күбәйтмәкселәр. Эш яҡшы барһа, ҡеүәттәр арттырыласаҡ.
Шуныһы мөһим: ҡорамалдар Рәсәйҙә эшләнгән. Сыр яһар өсөн сеймалды Мәскәү, Санкт-Петербург, Смоленск һәм башҡа ҡалаларға оҙатасаҡтар. Ихтыяж бар, килешеүҙәр төҙөлгән", – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_807492