Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май , 16:00

Бер тапҡыр бирелә торған 15713 һум аҡса кемгә тәғәйенләнә?

18 майҙан Рәсәйҙә был түләүҙе башҡара башланылар ҙа инде.

Бер тапҡыр бирелә торған 15713 һум аҡса кемгә тәғәйенләнә?
Бер тапҡыр бирелә торған 15713 һум аҡса кемгә тәғәйенләнә?

Социаль яҡлау органы күсергән аҡсалата түләү "Рәсәйҙең почетлы доноры" күкрәк билдәһе менән наградланған кешеләргә тәғәйенләнә. Һүҙ йылына бер тапҡыр бирелә торған 15713 һум 84 тин аҡса тураһында бара. Был сумманы алыр өсөн Күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталына ла мөрәжәғәт итергә була.

Почетлы донор исеменә бушлай 40 тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма биргән кеше дәғүә итә. Йылына бер тапҡыр түләнгән аҡсанан тыш, был донорҙар башҡа төрлө льготаларға ла эйә була ала. Улар төрлө төбәктәрҙә төрлөсә: отпуск, ташламалы медицина ярҙамы һәм шифахана-курорт дауалауы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә ташлама, бушлай ашау, өҫтәмә ял көндәре.

Фото: kredit-on.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в