Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2022, 13:50

Ер беҙҙе туйҙыра

Әбйәлил эшҡыуары картуф үҫтерә, кәбеҫтә ултырта.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең тыуған ерендә төпләнеп, тәүәккәлләп үҙ эшен асыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала. Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Илнур Әхмәтҡужинды тап шундайҙар рәтенә индерергә була. Ул бәхет эҙләп ситкә китмәй, ә тыуған ауылында үҙ эшен аса, үҫемлекселек һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Улының теләгенә ата-әсәһе лә ҡаршы килмәй, киреһенсә, уға бар яҡлап ярҙам итә.

Беҙ барғанда ла ауыл эшҡы­уары атаһы Яхъя Әсләм улы менән һоло сәсергә төшкән ине. Ауыл янынан ҡуртымға алынған 10 гектар ерҙә улар кәбеҫтә, кишер һәм картуф ултырта. Йәшелсәләрҙе уратып тигәндәй һоло сәсә. Ошонда уҡ быйыл теплица эшләгән, унда үҫентеләр ултыртылған.

– Быйыл биш гектар майҙанда картуф, бер гектар кишер һәм гектар ярымда кәбеҫтә ултырта­саҡбыҙ, ҡалған ергә һоло сәселә. Йыл һайын уңыш яҡшы була, беҙҙең йәшелсәләрҙе баҙарҙа көтөп кенә торалар. Әле ашау өсөн һәм орлоҡҡа тигән картуфты Асҡар, Баймаҡ баҙарына алып сығабыҙ, һораусылар күп. Кәбеҫтә менән кишер көҙ көнө үк һатылып бөтә, сөнки уларҙы һаҡлау өсөн әлегә урын юҡ, – ти Илнур Яхъя улы.

Картуф үҫтереү тәү ҡарашҡа ғына ябай тойола, әммә уның да үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Уны ултыртыу менән эш бөттө тип уйлаусылар булһа, тәрән яңылыша. Утауы, күмеүе, һыу һибеүе лә еңелдән түгел. Эшҡыуар әйтеүенсә, уларҙы ҡоролоҡтан таңғы ысыҡтың күп төшөүе генә ҡотҡара. Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы ер дымлыраҡ та, уңдырышлы ла. Шулай ҙа бында Илнур Әхмәтҡужиндың тынғыһыҙ хеҙмәтен бер нисек тә инҡар итеп булмай. Ҡара тирен түккән, бар көсөн һалған, көнө-төнө ошо ерҙә соҡонған эшҡыуарға ла ер шәфҡәтле һәм йомарт, күрәһең.

Хәйер, ысынлап та, барыһын да Илнур үҙ көсө менән булдырған. Ул бер ниндәй ҙә дәүләт ярҙамын алмаған, гранттарға ла дәғүә итмәгән. “Бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараным, бизнес-план да эшләнем, тик ҡағыҙ мәшәҡәттәренән ары үтә алманым. Аҙаҡ ҡул һелтәнем дә эшемде дауам иттем. Кемдер әллә күпме миллиондар алып та, артабан эшен дауам итә алмай, ә беҙ үҙ көсөбөҙ менән һәүетемсә китеп барабыҙ”, – тип тыйнаҡ йылмайҙы ул.

Сәсеү майҙанын киңәйтеү маҡсатында ла бер нисә тапҡыр ауыл советына, район етәкселегенә мөрәжәғәт итеп ҡарай ул, әммә әлегә һөҙөмтә юҡ. Буш ер малдан тапалып ятһа-ята, әммә ул хаҡта уйланған кеше табылмаған.

Бөгөн сит илдәр тарафынан илебеҙгә ҡарата төрлө санкциялар индерелгәндә, тап Илнур Әхмәтҡужин кеүек үҙ еренең ысын хужаларына үҙҙәре үҫтергән сифатлы һәм таҙа продукцияға һорау ҙур булыуы көн кеүек асыҡ. Тик йүнселдәргә лә бер аҙ иғтибар һәм аңлау талап ителә. Был тәңгәлдә Әбйәлил районы етәкселеге, йәшелсәселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ла бар яҡлап ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.

 

К. ИШБУЛДИНА.

 

Әбйәлил районы.

Читайте нас в