Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2022, 18:30

“Өфө” индустриаль паркы – федераль реестрҙа

2030 йылға бында 45-тән ашыу яңы производство асыу планлаштырыла.

“Өфө” индустриаль паркы – федераль реестрҙа
“Өфө” индустриаль паркы – федераль реестрҙа

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе эргәһендәге “Өфө” индустриаль паркы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына инде. Парктың майҙаны – 300 гектар самаһы, ул ер участкаларының дөйөм майҙаны буйынса иң тәүгеләр иҫәбендә.

"Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы күрһәткән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә “Өфө” паркы биләмәһе тейешле инфраструктура менән тәьмин ителде. Әле инвесторҙар яңы производстволар асыуға 3,4 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтте, унда 600-гә яҡын кеше эшләй. Индустриаль паркта ағас эшкәртеү, йыһаз, йөҙөү саралары өсөн комплектлау өлөштәре етештереү менән шөғөлләнәләр, шулай уҡ агротехника эшләйҙәр", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Парктың федераль талаптарға ярашлылығын раҫлау төбәктәргә һәм индустриаль парктарҙың, сәнәғәт технопарктарының идарасы компанияларына федераль һәм төбәк кимәлендәге дәүләт ярҙамын, шул иҫәптән һалым өҫтөнлөктәрен һорап мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Әле “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә 12 резидент һәм ете парк инфраструктураһын файҙаланыусы иҫәпләнә, 2030 йылға бында 45-тән ашыу яңы производство асыу планлаштырыла. “Өфө” паркы майҙандары төбәк иҡтисадының төп үҫеш нөктәләренә әүерелеүе ихтимал.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: