Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2022, 22:15

Иң күп заявка – Башҡортостандан

Еңеүселәргә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 50-80 миллион һумлыҡ федераль грант ҡаралған.

Иң күп заявка – Башҡортостандан
Иң күп заявка – Башҡортостандан

20 майҙа Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев рәйеслегендә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсына әҙерлек буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарылды.

Комиссия ултырышында шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников, “Ҡала мөхите” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина ҡатнашты. Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары үҫеше институты директоры Алмас Фәтҡуллин комиссия ултырышы модераторы булды.

Комиссия видеоконференция режимында ойошторолдо. Республиканың биш ҡалаһының һәм тарихи статусына эйә ике ауылдың хакимиәттәре вәкилдәре өс ай дауамында граждандар менән берлектә эшләнгән йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекттары тураһында һөйләне.

“Беҙҙең төбәк – федераль конкурсҡа заявка биреүселәр араһында лидерҙар исемлегендә, бар муниципалитеттарҙың да проекттары бик яҡшы”, – тине Алан Марзаев.

Еңеүселәргә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 50-80 миллион һумлыҡ федераль грант ҡаралған.

Быйыл Башҡортостандан ете заявка була: Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл ҡалаларынан һәм Верхотор, Кушнаренко ауылдарынан. Заявкалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә, һөҙөмтә 1 сентябрҙә иғлан ителәсәк.

2019 йылдан республиканың өс ауылы һәм бөтә бәләкәй ҡалалары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булып танылып килә, төбәккә 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителә.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: