Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2022, 13:53

Сәсеү майҙандарын арттыралар

Төбәктең ауыл хужалығы тармағы йылдан-йыл нығына. Был хаҡта район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы, ер һәм мөлкәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Нарбутин ентекле һөйләне.

– Быйыл сәсеү майҙаны 11579 гектар тәшкил итә. Баҫыуҙарҙа 6 654 гектарҙа ярауай культуралар сәселә, шуларҙың 3687 гектары – иген, ә 1714 гектары – техник культуралар. 

Ауыл хужалығы техникаһы графикка ярашлы төҙөклән­дерелде һәм сәсеү алдынан тулыһынса эшкә әҙерләнде.

Бөгөнгә 441 тонна минераль ашлама тупланды. Быйылғы йылдың сәсеү кампанияһында һигеҙ хужалыҡ ҡатнаша, 17 берәмек трактор йәлеп ителә. Тәжрибәле ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға Ауырға­зы күп профилле колледжы филиалы студенттары йәлеп ителәсәк.

Тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төшкән ауыл хужалығы пред­приятиеларының береһе – Сабитов крәҫтиән (фермер) ху­жалығы.

Артур Сабитов ойошторған хужалыҡ 2016 йылдан эшләп килә. Хужалыҡта һыйыр малы үрсетәләр һәм башлыса мал аҙығы әҙерләү өсөн ашлыҡ сәсәләр. 700 гектар майҙанда ужым һәм ярауай культуралар, күп йыллыҡ үләндәр сәселә.

– Киләсәктә сәсеүлек май­ҙанын мең гектарға еткерергә иҫәп бар. Бының өсөн элекке ауыл хужалығы ерҙәрен ағастан таҙартыу эшен алып барабыҙ. Былтыр 50 гектар майҙанды йәш урмандан таҙарттыҡ, быйыл 100 гектар самаһына иҫәп тотабыҙ. “Ангус”, “симменталь”, “ҡара-сыбар” тоҡомло малға өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Хәҙерге заман техникаһы булмайынса, алға ҡарап эшләп булмай. Шуға техниканы даими рәүештә яңыртып торабыҙ. Алты “Т-3” тракторы, өс “Т-150” тракторы бар, йыл башында лизинг аша ике сәсеү комплексы һатып алдыҡ, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Артур Хәниф улы.

Сәсеүгә төшкән ялан батыр­ҙарын да маҡтап телгә алды ул. Агроном Фәрит Латипов етәкселегендә Сергей Бохмустов, Виктор Васильев йыл да сәсеүҙе тиҙ һәм өҙөклөкһөҙ атҡарып ҡуя.

Төклө аяҡ менән баҫҡан­быҙҙыр, яңы фидлоттарҙы ҡарарға сыҡҡас та, Башҡорт­остандың Дәүләт ер идара­лығы инспекторы Әнүр Рәхи­мов килеп етте. Әнүр Әнүәр улының маҡсаты – пестицидтар һәм агрохимия ҡулланған ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән осрашып, хәүефһеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итеү, ҡулланыу ҡағиҙәләре тура­һында йәнә бер иҫкәртеү.

Архангел аграрийҙарына сәсеү кампанияһы барышында быйыл ГЛОНАСС системаһы ла ярҙамға килә. “Центральная” МТС-ы филиалы ме­ханизатор­ҙары баҫыу эштә­рендә был системаны әүҙем ҡуллана. ГЛОНАСС ярҙа­мын­да теге йәки был техниканың ҡайҙалығын, күпме ара үтеүен, яғыулыҡ кәрәк булыуын, атҡарылған эш күләмен смартфон аша күҙәтеп була. Мәҫәлән, бөгөн Венер Хисаметдинов АГС-18 ҡоролмаһы менән баҫыу тырматыуға төшкән. Ҡоролманың киңлеге – 18 метр. Баҫыуҙы көнбағыш сәсеүгә әҙерләйҙәр. Смартфонда Венерҙың күпме эш атҡарғаны, күпме яғыулыҡ сарыф иткәне асыҡ күренеп тора. Әлеге баҫыуҙа 1060 гектар майҙанда көнбағыш сәселәсәк.

Алдынғы технологиялар ярҙамында ауыл хужалығы тармағы үҫешә, һауа торошо ғына аяҡ салып ҡуймаһын.

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас: