Бөгөн Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы тәүге IRBIS автозаправкалау комплексында булды. Уны ағымдағы йылдың февралендә юл буйы сервисын үҫтереү төбәк программаһының өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Өфө-Ырымбур” Р-240 трассаһында төҙөгәндәр. АЗС-та автомобиль туҡталҡаһы, автоцистерналарҙы углеводородлы газ менән заправкалау, шиномонтаж пункттары бар. Wi-Fi һәм бушлай бәҙрәфтәр эшләй, ҡапҡылап алырға була.
IRBIS бренды аҫтында автозаправкалау станцияларын төҙөү менән “Транзит Сити” компаниялар төркөмө шөғөлләнә, ул Рәсәй нефть баҙарында 1998 йылдан эшләй. Фирманың автозаправкалау комплексы селтәре 70 заманса АЗС-тан тора, улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан.
“Транзит Сити” компанияһының финанс директоры Роман Фәтихов билдәләүенсә, улар Башҡортостанда тағы ла кәмендә биш ошондай комплекс төҙөргә ниәтләй, был ниәткә 1,5 миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтеләсәк. Унан тыш, улар Өфө АЗС-тар баҙарына инеү мөмкинлеген дә күҙаллай.
Роман Фәтихов Башҡортостандағы юл буйы сервисы үҫеше программаһын юғары баһаланы һәм, яңы объекттар төҙөгәндә мотлаҡ республика инженер коммуникацияларын үткәреүгә тәҡдим иткән субсидиялар менән файҙаланасаҡбыҙ, тип бедерҙе.
– Юл буйы сервисын үҫтереү Башҡортостан өсөн бик мөһим. Кешеләр күп йөрөй, сәйәхәт итә. Автомобилгә яғыулыҡ ҡойоу, ҡәһүә эсеп алыу, бәҙрәфкә барып килеү – ғәҙәти күренештәр. Беҙҙә әлегеләй универсаль комплекстар етешмәй ине. Шуға ла ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн махсус республика программаһын булдырҙыҡ. Бер нисә партнер таптыҡ, шул иҫәптән илдең ете төбәгендә эшләгән “Транзит Сити” компанияһын да саҡырҙыҡ. Уның хеҙмәткәрҙәре яҡшы эшләгәне күренеп тора: таҙалыҡ, тәртип. Бында шулай уҡ электромобилдәр өсөн зарядкалау станцияһы ҡуйыу планлаштырыла. Ошондай заманса автокомплекстар – беҙҙең киләсәк, - тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Башҡортостанда юл сервисын үҫтереү программаһы эшләүен иҫегеҙгә төшөрөп китәйек. Ул сауҙаһыҙ ер участкаһы, субсидиялар биреүҙе күҙаллай, унан тыш эш тамамланғансы профилле ведомстволар эшмәкәрлеккә булышлыҡ итәсәк. 2024 йыл аҙағына тиклем республикала төрлө форматтағы юл сервисының мең объекты төҙөлөргә тейеш.
Шулай уҡ бөгөнгө сара хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙма ҡалдырған һәм кем ошо бизнес менән шөғөлләнергә ниәтләй, Юл буйы сервисы объекттары өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә инеүе ихтимал, тип белдергән. Һүҙ федераль автоюлдар буйындағы проекттар өсөн – 50 миллион һумдан, төбәк, урындағы һәм муниципаль-ара юлдары эргәһендә – 20 миллион һумдан, төньяҡ-көнбайыш һәм Урал аръяғы райондарында 10 миллион һумдан башлап инвестициялар талап ителгән проекттар хаҡында бара.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.