Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 12:50

Һалым түләгән үҙмәшғүлдәр артҡан

Республиканың йыйылма бюджетына һөнәри килемгә 85,1 миллион һумлыҡ һалым индерелгән.

Һалым түләгән үҙмәшғүлдәр артҡан
Һалым түләгән үҙмәшғүлдәр артҡан

Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге 19 төбәге иҫәбендә үҙ биләмәһендә “Һөнәри килемгә һалым” махсус һалым тәртибен үтәү буйынса эксперимент башланы. Быйыл дүрт айҙа республиканың йыйылма бюджетына һөнәри килемгә 85,1 миллион һумлыҡ һалым индерелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 2,2 тапҡырға күберәк.

– Республикала махсус һалым тәртибе ғәмәлгә индерелеүгә 2,5 йыл үтте, эксперимент барышын уңышлы тип танырға кәрәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова.

Һөнәри килемгә һалымды тауар етештереп һатҡандар түләй. Шул уҡ ваҡытта уның хеҙмәт килеше төҙөлгән хеҙмәткәрҙәре булмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, бындай йүнселдәргә маникюр оҫтаһы, водитель, репетитор, бала ҡараусы, сантехник, тәржемәсе, дизайнер, тегенсе, юрист йәки сараларҙы ойоштороусы инә. Шулай уҡ фатирыңа икенсе кешене индергән осраҡта ла һөнәри килемгә һалым түләргә мөмкин.

– Әле Башҡортостанда һөнәри килемгә һалымды 93 мең кеше түләй, шуларҙың 87,7 меңе – үҙмәшғүлдәр, 5,3 меңе – шәхси эшҡыуарҙар. Дәүләт уларға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына күрһәтелгән кимәлдә булышлыҡ итеүҙе гарантиялай. Башҡортостандағы “Минең бизнесым” үҙәге ишектәре үҙмәшғүлдәр өсөн һәр саҡ асыҡ, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: