Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 15:50

Эшсәндәр һауа шарттарына ҡарамай

Сәсеү планға ярашлы бара. Оҙаҡламай мал аҙығы әҙерләү башлана. 

Эшсәндәр һауа шарттарына ҡарамай
Эшсәндәр һауа шарттарына ҡарамай

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре дауам итә. Бөгөнгә ҡарата 1,57 миллион гектар майҙанда эш тамамланған да - пландың 72 проценты. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

– Эштәр планға ярашлы бара. Үткән аҙна ямғырлы булды, яуым-төшөм күләме норманан артып китте. Был сәселгән баҫыуҙарҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһарға тейеш, – тине ул.

23 майға ҡарата иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 1034 миллион гектарҙа, майлы культуралар – 341 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө 38 мең гектарҙа сәселгән. Шул уҡ ваҡытта химик утау һәм үҫемлектәрҙе сирҙәрҙән һәм бөжәктәрҙән эшкәртеү башланған.

Бынан тыш, республика хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләүгә әҙерлек кампанияһы ла тамамланыу өҫтөндә. Быйыл унда 745 комбайн ҡатнашасаҡ, был былтырғы менән сағыштырғанда 40 берәмеккә күберәк. Эштәр был аҙнала уҡ башланасаҡ.

– Мал аҙығы әҙерләү миҙгеле башланыр алдынан, 27 майҙа беҙ Ҡырмыҫҡалы районында Сенаж көнө – тармаҡ форумы үткәрәсәкбеҙ. Унда мал аҙығы етештереү технологияларына бәйле мәсьәләләр ҡараласаҡ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар заманса техника өлгөләре һәм мал аҙығы әҙерләү ҡорамалдары менән таныша аласаҡ, – тине Илшат Фәзрахманов.  

Радий Хәбиров министрлыҡҡа киләһе “Ауыл хужалығы сәғәте” ултырышына республика райондарында техник парктарын яңыртыу мәсьәләһен тикшереүҙе әҙерләргә ҡушты.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: