Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 19:30

Лизинг санкцияларҙан ҡурҡмай

"Бурсервис" заводы өсөн ҡорамалдар Рәсәй етештереүсеһенән һатып алынасаҡ.

Лизинг санкцияларҙан ҡурҡмай
Лизинг санкцияларҙан ҡурҡмай

Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы "БУРСЕРВИС" заводы нефть һәм газ ҡорамалдары, шул иҫәптән импортҡа алмаш ҡорамалдары етештереү машинаһын һатып алыу буйынса лизинг килешеүе төҙөнө. Яңы ҡорамалдар сафҡа индерелгәс, завод етештереү ҡеүәтенең һәм килеменең 16,7 процентҡа артыуын көтә.

Лизинг ярҙамы Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла.

"Санкциялар баҫымы сәбәпле барлыҡҡа килгән иҡтисадтағы хәл ғәмәлдәге етештереү, тәьмин итеү сылбырын ҡаҡшата. Лизинг ярҙамы, беренсенән, республиканың етештереү предприятиеларына импортҡа алмаш өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Шулай итеп, "Бурсервис" заводы өсөн ҡорамалдар Рәсәй етештереүсеһенән һатып алынасаҡ һәм нефть, газ тармағында юғары ихтыяж менән файҙаланған сифатлы продукция етештереү өсөн кәрәкле характеристикаға эйә", — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Лизинг программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Рәсәй ҡорамалдары өсөн йылына алты процент һәм сит ил ҡорамалдары өсөн йылына һигеҙ процент ставка менән үтә.

Башҡортостанда лизинг биреү шарттары тулыһынса һаҡлана. Бынан тыш, көрсөккә ҡаршы ярҙам сиктәрендә Төбәк лизинг компанияһы тотороҡло үҫеш продукты параметрҙарын камиллаштырған. Уны финанслауҙың минималь күләме 2,5 миллиондан 500 мең һумға тиклем ҡыҫҡартыла, ә ваҡыты 60 айҙан 84 айға ҡәҙәр арттырыла.

Аванс түләү дөйөм сығымдарҙың ун процентына тиклем кәметелә, һатып алыуға бәйле сығымдар өлөшө (тапшырыу, монтажлау һәм файҙаланыуға тапшырыу), ҡуртымға алынған объект хаҡының 25 процентына тиклем арта.

"Бурсервис заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте — алдынғы ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы, ҡеүәтле производство комплексы, заманса машиналар эшләү паркы менән нефть, газ скважиналарын быраулау, капиталь ремонтлау өсөн ҡорамалдар етештереүсе Рәсәйҙең алдынғы предприятиеларының береһе. Уның техник-технологик ҡеүәттәре бер үк ваҡытта 70 сважинала хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: