Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 17:55

Республика туристары Сәмәрҡәндте ҡасан ҡарай ала?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә тармаҡ министрҙары һәм белгестәр яуап бирәсәк.

200 миллион доллар – Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәһе буйынса ошо күләмгә килешеү төҙөлгән. Был беҙҙең республиканың тарихындағы иң ҙур бизнес-миссия булған.

Тағы ла ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелгән? Төҙөлгән килешеүҙәр Башҡортостан тормошонда нисек сағыласаҡ? Республика туристары Сәмәрҡәндте ҡасан ҡарай ала? Берҙәм проекттарҙы ҡасан көтөргә? Һәм Үзбәкстанды Башҡортостанда нимә ҡыҙыҡһындыра?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙә тармаҡ министрҙары һәм белгестәр яуап бирәсәк. Тура һәм көтөлмәгән бәйләнештәр буласаҡ.

Һорауҙы ошо яҙма аҫтындағы фекерҙәрҙә яҙырға мөмкин.

Брифингтың трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында (https://vk.cc/cdOeoX), Башҡортостандың Респрубликаға идара итеү үҙәгенең
(https://vk.cc/cdOduk) һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә
(https://vk.cc/cdOdZj) ҡарарға мөмкин.

Башлана шишәмбелә, 24 майҙа, 18:00 сәғәттә.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: