2022 йылдың 1 июненән Башҡортостандағы М-5 трассаһының юл айырсаһында, Өфөнөң Шаҡша биҫтәһенә күтәрелгән урында, юл ваҡытлыса ябыласаҡ. Ә “Урал” М-5 автомобиль юлында хәрәкәт сикләнмәйәсәк.
Шаҡша биҫтәһенә күтәрелер урында юлдың ваҡытлыса ябылыуы 1492+940 километр юлда реконструкция эштәренең башланыуы менән аңлатыла. Ошо трассанан Шаҡшаға күтәрелер йәки М-5-кә төшөр өсөн водителдәр альтернатив юлды һайлай ала. Дөйөм алғанда, был участкала эштәрҙе быйыл 30 сентябрҙә тамамларға уйлай төҙөүселәр.
“Приуралье” юл идаралығы етәкселеге ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар тыуҙырғаны өсөн барыһынан да ғәфү үтенә.
Фото: https://stroi.mos.ru