Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 17:15

Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Йәмғеһе 19119 километр автомобиль юлы тикшерелгән.

Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе
Юлдар торошо – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Хөкүмәт ултырышында соҡорҙарҙы ремонтлау һәм дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарына һәм республикабыҙҙың ҡала һәм райондарындағы ихата биләмәһендәге юлдарға махсус һыҙаттар эшләү мәсьәләләре тикшерелде.

– Йыл башынан 19119 километр автомобиль юлы тикшерелгән, – тине Андрей Назаров. – Был – асфальт түшәлгән һәм бетон һалынған дөйөм юлдың 97 проценты тигән һүҙ. 72 меңдән ашыу юлда етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа күп. Ошо күрһәткестәр, әлбиттә, был йәһәттән эштәрҙең яҡшы барыуы тураһында һөйләй.

Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, республика ҡарамағында асфальт түшәлгән һәм бетон һалынған нисә километр юл бар, шуларҙың барыһына ла күҙәтеү үткәрелгән.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская юлдарға ҡарата халыҡтың мөрәжәғәтенә таянып дөйөм анализ яһаны.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: