Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2022, 22:15

Үзбәкстанды Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра

Иртәгәге брифингта һүҙ тап ошо хаҡта барасаҡ.

Үзбәкстанды Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра
Үзбәкстанды Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра

200 миллион доллар – Башҡортостандың Үзбәкстанға сәфәрендә бына ошондай суммаға килешеүҙәр төҙөлгән. Был – республикабыҙҙың тотош тарихта киң масштаблы бизнес-миссияһы.

Тағы ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшелгән? Был килешеүҙәр Башҡортостан тормошона ниндәй йоғонто яһар? Ҡасан республика туристары Сәмәрҡәндте барып ҡарай алыр? Ни өсөн Үзбәкстанды Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм социаль селтәрҙә министрҙар һәм башҡа ҡунаҡтар яуап бирәсәк. Тағы ҡыҙыҡлы тура бәйләнеш ҡаралған.

Брифингты Башҡортостан юлдаш телеканалында (https://vk.cc/cdOeoX), Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең, Башҡортостан Хөкүмәтенең (https://vk.cc/cdOdZj) социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарағыҙ.

Сара 24 майҙа 18.00 сәғәттә башлана.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге видеоһынан скриншот.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: