Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының һәм эшлекле даирәләренең Үзбәкстан Республикаһына сәфәре тамамланды. Уның барышында республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан Үзбәкстан менән 25 миллион һумлыҡ 30 килешеү төҙөлгән. Уларға ярашлы, кондитер ризыҡтарын, ағасты, алкоголһеҙ эсемлектәрҙе, көнкүреш химияһын, киптерелгән емеш-еләкте, туҡыма продукцияһын һәм башҡаларҙы экспортҡа сығарыу ҡаралған.
- Үзбәкстанға сәфәр һөҙөмтәле булды. Делегацияның барыу программаһында Наманган һәм Фирғәнә өлкәләре хакимиәттәрендә рәсми осрашыуҙар, тәжрибә менән танышыу маҡсатында объекттарға сығыу ине, - тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Делегация Үзбәкстандың аграр сәнәғәт кластерҙарын ойоштороуға һәм уларҙың үҫеш тәжрибәһен өйрәнеүгә етди иғтибар бүлгән. Шулай итеп, сәфәр сиктәрендә “UZ-SEGANG” йәмғиәте менән Башҡортостанда картуф үҫтереү, эшкәртеү һәм етештереү буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылған.
Бынан тыш, был меморандумға ярашлы, республикалағы фермерҙарҙың сәсеү майҙандарын файҙаланыуы, шулай уҡ сәсеү өсөн Башҡортостан ерҙәрен ҡуртымға йәки милеккә алыу, картуфты һаҡлау, айырыу һәм эшкәртеү буйынса аграр сәнәғәт сиктәрендә етештереү һәм келәт биналарын файҙаланыу, картуф һәм унан әҙерләнгән продукцияны Рәсәйҙә һәм Үзбәкстанда һатыу ҡарала.
- Һуңғы йылдарҙа Үзбәкстан кластерҙарҙы үҫтереү маҡсатында эшкәртеүҙе арттыра. Был бер кластер сиктәрендә сеймалдан әҙер продукция алырға һәм эшҡыуарҙың сығымдарын мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға, юғары етештереүсәнле эш урындарын ойошторорға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Алексей Гусев.
Фото: pravitelstvorb.ru