Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмә-форумы тураһында яҙма ҡалдырҙы.
“Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙәге иң ҙур тармаҡ сараһы – 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмә-форумы асыла. Быйыл уны Башҡортостан нефтен сығара башлауҙың 90 йыллығына арнайбыҙ. Форумда илебеҙҙең 35 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 250 компания ҡатнаша.
Форум нигеҙендә беҙ көткән төп ваҡиғаларҙың береһе – гидрокрекинг катализаторҙарҙың сәнәғәт производствоһын асыу. Ул вакумлы газойлдән юғары сифатлы Евро-5 мотор яғыулығын сығарыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Уны етештереү менән беҙҙә, Башҡортостанда, Стәрлетамаҡ катализаторҙар заводы нигеҙендә “Башнефть” составына ингән “РН-кат” компанияһы шөғөлләнә.
Был республикабыҙҙың, беҙҙең нефть химияһы тармағының импортты алмаштырыуға индергән йәнә бер тос өлөшө. Сит ил аналогтарына бәйлелекте кәметеү – тотороҡло эштең мөһим шарты. Уңыштар теләйем!” – тип яҙған Башҡортостан Башлығы.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov