Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2022, 22:45

Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн

Улар өсөн ойошторолған аҙналыҡтың һөҙөмтәһе ҙур.

Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн
Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, “Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙналығы” майҙансыҡтарында төбәк йүнселдәренә инвестиция порталы мөмкинлектәре һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләгәндәр.

Башҡортостандың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығы тарафынан әлеге аҙналыҡ барышында эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә дәүләттән һанлы технологиялар үҫешенә ярҙам саралары, Инвестиция порталының һанлы сервистар мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт еткерелгән.

"IT-эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы ташламалы ипотека кредитлауы, ойошманы тикшереүҙәрҙән азат итеү, армиянан кисектереү, һалым көсөргәнешен кәметеү рәүешендә күрһәтелә. Грант ярҙамында уңайлы шарттар булдырылды", - тип белдергән эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа Башҡортостандың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

“Һанлы технологиялар” проектының “Һанлы иҡтисад” милли программаһы нигеҙендә грант ярҙамы күрһәтеү санкция сикләүҙәре индерелгәнгә тиклем эшләй башланы. Былтыр Башҡортостандың  IT- компаниялары үҫеше өсөн 153 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, быйыл финанс ярҙамы күләмен арттырыу бурысы тора.

Министр урынбаҫары билдәләүенсә, компанияның аккредитацияланған ИТ-компаниялар реестрына индерелеүе ярҙам сараһын ҡулланыу өсөн төп талаптарҙың береһе булып тора. Аккредитация процедураһы ябайлаштырылған һәм "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына сығарылған. Ғаризаны ҡарау ваҡыты - бер көн.

Йүнселдәр менән аралашыуҙың көн тәртибенә Башҡортостандың Инвестиция порталы мөмкинлектәре тураһында әңгәмәләр ҙә ингән. Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы павильондарында сарала ҡатнашыусылар INVESTRB.RU серистары тураһында ла белгән, ул иһә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырыуға, көрсөккә ҡаршы ярҙам алыуға, муниципаль һәм дәүләт милкен эҙләү һәм һайлауға, эшҡыуарҙар өсөн сараларға онлайн-ғаризалар биреүгә, технопаркта, махсус иҡтисади зонала резидент статусын алыуға йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: