"Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ аҙналығы" эш башланы. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов күләмле форумдың республиканың эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһы һәм бизнес-берләшмәләре вәкилдәре өсөн үҫеш йүнәлештәрен билдәләне һәм төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү тармағы өсөн мөһимлеген билдәләп үтте.
– Быйыл "Эшҡыуарлыҡ аҙналығы"н туғыҙынсы тапҡыр уҙғарабыҙ. Бөтә республиканы үҙ эсенә алған сараның маҡсаты — эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен формалаштырыу һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ потенциалын үҫтереү, йәштәрҙе бизнесҡа йәлеп итеү, үҙ эшеңде алып барыуға йә башлауға булышлыҡ итеү, шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары тураһында аныҡ һәм аңлайышлы һөйләп биреү, – тине Рөстәм Афзалов.
Төбәк туризмы үҫеше эшҡыуарлыҡ аҙналығында әүҙем фекер алышыу майҙансығы булып тора. Бизнесҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән дә яңылыҡтар тәҡдим ителде. Әйтәйек, предприятиеның йәшенә ҡарап эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү буйынса муниципаль программалар сиктәрендә арттырылған субсидия алырға һәм элекке кеүек бер түгел, ә ике йылға сығымдарҙы ҡапларға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта тулы яҙма түбәндәге һылтанма буйынса: https://vk.com/video-190932211_456239076
"Дәүләт ярҙамы саралары" дискуссия майҙансығында дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары, шул иҫәптән быйыл ҡабул ителгән саралар ҡаралды. Уларҙы эшҡыуарға нисек алырға? Сессияла республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ эшҡыуарҙар ҡатнашты.
"Минең эшем" үҙәге аша эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары тураһында Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры Марсель Кашаев һөйләне.
– Беҙҙең бурыс – бизнес алып барыу өсөн иң уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарҙарҙы дәүләт ярҙамының бөтә саралары менән файҙаланырға өйрәтеү. "Берҙәм тәҙрә" режимындағы бөтә консультацияларҙы Өфө, Нефтекама, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй һәм Учалыла эшләгән Үҙәк офистарында алырға мөмкин. Быйыл тағы дүрт офис асыу планлаштырыла, – тине ул.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бизнесты үҫтереү саралары бихисап. Мәҫәлән, сәнәғәт предприятиелары өсөн кредит һәм лизинг рәүешендә махсус финанс саралары ҡаралған, ташламалы шарттарҙа аҡсаны Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы программалары буйынса алырға мөмкин. Республика экспортерҙары продукцияны тышҡы баҙарға сығарыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға иҫәп тота ала. Ауыл хужалығы тармағында эш башларға теләүселәрҙе айырым шарттар көтә: дәүләт ярҙамы дотацияларҙы, ҡорамалдарҙы һәм техниканы ҡуртымға алыуҙы күҙ уңында тота. Шәхси секторҙа мәшғүллекте һаҡлауға һәм яңы эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән ярҙам саралары билдәләнгән. Был хаҡта тулыраҡ түбәндәге яҙмала: https://vk.com/video-190932211_456239077
Шулай уҡ был көндө Бөрө районында беренсе зона сараһы үтте, унда республиканың үҙәк иҡтисади зонаһы эшҡыуарҙары һәм бизнес-шерифтар ҡатнашты.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығының төп программаһында ҡатнашыу өсөн +7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса шылтыратырға йәки түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/u/628260918d68b46d83602cb5/
фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.