Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмә-форумын асыуҙа ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Андрей Назаров форумдың ошо йылдар дауамында нефть һәм нефть эшкәртеүсе төбәк булараҡ, Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелеүен билдәләп үтте.
Андрей Назаров "Башнефть" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Лазеев һәм "РН-кат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альберт Сафин менән берлектә үткәрелгән телекүпер режимында РН-Кат предприятиеһында гидрокракинг катализаторҙарын сәнәғәткә ебәреү тантанаһында ҡатнашты.
Форум нигеҙендә үткәрелгән төп ваҡиғаларҙың береһе – гидрокрекинг катализаторҙарҙың сәнәғәт производствоһын асыу. Ул вакумлы газойлдән юғары сифатлы Евро-5 мотор яғыулығын сығарыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Уны етештереү менән Башҡортостанда Стәрлетамаҡ катализаторҙар заводы нигеҙендә “Башнефть” составына ингән “РН-кат” компанияһы шөғөлләнә.
— "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһе башҡорт нефтенең барлыҡҡа килеү тарихын ғына түгел, ә заманса технологияларҙы, етештереү ҡеүәттәрен, алдынғы эшләнмәләрҙе һәм дөйөм тармаҡты үҫтереү перспективаларын күрһәтеү өсөн бик мөһим сара. Йыл һайын форум сиктәрендә яңы производстволар асабыҙ. Бөгөн беҙ "РН-кат" компанияһының яңы етештереү селтәрен ебәрҙек, өҫтәмә газлаштырыу буйынса эш алып барабыҙ, — тине Андрей Назаров.
Былтыр "Роснефть" махсуслашҡан "РН-кат" предприятиеһы белгестәре технологик асыш яһай һәм гидрокракинг катализаторын етештереүҙең үҙ технологияһын уйлап сығара. Яңы катализатор менән эшкә Урта Волга нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты белгестәре йәлеп ителә, Новокуйбышев катализатор заводы базаһында уңышлы һынау үтә.
Андрей Назаров, "Газпром Межрегионгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов, "Газпром Газораспределене" "Өфө" асыҡ акционерҙар ойошмаһының идара итеүсе ойошмаһы һәм Күмертауҙа "Газпром Газораспределение" Өфө бүлексәһе директоры Рөстәм Исхаҡов Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы газ үткәргесенә газ ебәреү тантанаһында ла ҡатнашты.
Дөйөм оҙонлоғо 19 километр булған бүлеү газ үткәргесен төҙөү тамамланыу менән ауылдың 254 йорт хужалығы селтәрҙәргә тоташа аласаҡ.
Сараның Башҡортостанда утыҙынсы тапҡыр үткәрелеүенә аптырарға түгел - республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы оҙаҡ йылдар дауамында табышлы тармаҡтарҙың береһе булып ҡала. Башҡортостан илдә автомобиль бензины, дизель яғыулығы етештереү күләме буйынса беренсе, импортланған нефтте, этилен, ксилол, стирол, синтетик каучукты эшкәртеү йәһәтенән икенсе, нефть сығарыу буйынса өсөнсө урында килә. Быйылғы сараның Башҡортостан нефтен сығара башлауҙың 90 йыллығына арналыуы уға тағы ла мәртәбә өҫтәй. Форумда илебеҙҙең 35 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 250 компания ҡатнаша.
Республиканың нефть химияһы тармағының импортты алмаштырыуға индергән өлөшө тос. Сит ил аналогтарына бәйлелекте кәметеү – тотороҡло эштең мөһим шарты.
Форумдың асылыу тантанаһынан һуң, ҡатнашыусылар күргәҙмә менән танышты. “Түңәрәк өҫтәлдәр”ҙә ҡатнашыусылар утыҙ секцияла үткән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша алсасаҡ. Көн һайын төрлө йүнәлештәге фекер алышыуҙар ҡаралған. Андрей Назаров төрлө ойошмаларҙың эш алдынғыларына төрлө дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.