Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2022, 12:30

Генплан буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелмәй

Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында ошондай ҡарар донъя күрҙе.

Генплан буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелмәй
Генплан буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелмәй

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала ерҙән файҙаланыу һәм төҙөлөш генпланы проекттары буйынса йәмәғәт тыңлауҙары һәм тикшереүҙәре уҙғарылмай. Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында ошондай ҡарар донъя күрҙе. Шул уҡ ваҡытта алдан иғлан ителгән йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Әгәр белдереүҙәр баҫылып сыҡмаған булһа, тыңлауҙар уҙғарылмай.

“Бындай ҡарар төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар нигеҙендә ҡабул ителде. 2022 йылдың 14 мартындағы “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 58-се Федераль закон, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 12 мартындағы “2022 йылда Рәсәй Федерацияһында рөхсәт биреү эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре тураһында”ғы 353-сө ҡарары төбәк власына территориаль планлаштырыу, ҡала төҙөлөшөн зоналаштырыу, биләмәләрҙе планлаштырыу документтары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарын үткәрмәү хоҡуғын бирә. Норма 2022 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала”, – тип белдерҙеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

 Бындай сара ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа төҙөлөш темпын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ алданған өлөшсөләр һаны артыуға юл ҡуймау мөмкинлеген бирәсәк.

“Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған документтар бөтә нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителә, улар барлыҡ ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәре һәм законлы хоҡуҡтары тиңлеген тәьмин итәсәк”, – тип билдәләнеләр Хөкүмәттә.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: