Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2022, 15:30

Ике етештереү эш башланы

Улар менән Андрей Назаров таныштырҙы. 

Ике етештереү эш башланы
Ике етештереү эш башланы

Бөгөн Өфөлә 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар – 2022” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы башланды. Был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Бөгөн 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар – 2022” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә телекүпер тәртибендә яңы етештереүҙәрҙе эшкә ҡуштыҡ.

Беренсеһе – Стәрлетамаҡта “Башнефть” компанияһы идаралығындағы “РН-Кат” гидрокрекинг катализаторын етештереү производствоһы (“Роснефть”кә инә). Ул Рәсәйҙәге бындай типтағы беренсе предприятие ғына түгел, ә беҙҙең нефть эшкәртеү тармағының сит ил тауарынан мохтажлығын күпкә кәметәсәк. Улай ғына ла түгел, сит ил аналогтарынан һис тә ҡалышмаясаҡ. Башҡортостандың “РН-Кат” компанияһы кәрәкле күләмдә бөтә ватан нефть тармағын тауар менән тәьмин итәсәк һәм Евро-5 класлы юғары сифатлы мотор яғыулығын сығарыуҙы арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.

Икенсеһе – Йылайыр районының Иҫәнғол ауылында бүлеүсе газ үткәргесе, беҙ уға тәүге йорттарҙы тоташтырҙыҡ та. Бөтәһе 19 километрлыҡ газ үткәргес селтәренә 254 йорт тоташасаҡ. Газ үткәреү темаһы үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай, беҙ уны хәл итеүгә системалы ҡарайбыҙ", - тип яҙҙы ул.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: