Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2022, 21:15

200-ҙән ашыу килешеү бар

Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары төрлө тармаҡтарҙағы потенциаль партнерҙар: нефть-газ секторы, еңел сәнәғәт, мебель сәнәғәте, урман сәнәғәте һәм башҡалар менән бөтәһе 300-ҙән ашыу һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

200-ҙән ашыу килешеү бар
200-ҙән ашыу килешеү бар

Кисә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг булды һәм унда республика делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре ҡаралды.

Үзбәкстан Республикаһына бизнес-миссия сиктәрендә Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары төрлө тармаҡтарҙағы потенциаль партнерҙар: нефть-газ секторы, еңел сәнәғәт, мебель сәнәғәте, урман сәнәғәте һәм башҡалар менән бөтәһе 300-ҙән ашыу B2B форматында һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Үзбәкстан Республикаһының “ГазРесурс” предприятиеһы араһында үҙ-ара эш итеү тураһында Меморандумға ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанда газ баллоны ҡорамалдары етештереү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеү, ағас эшкәртеү, күн әҙерләү һәм эшкәртеү һәм эшмәкәрлектең башҡа йүнәлештәре буйынса яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана. Инвестор 100 миллион долларҙан кәм булмаған суммаға инвестиция проекттарын ойоштороу тураһында белдерҙе.

Бөгөнгө көнгә “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инвестор 1,5 миллиард һум күләмендә газ баллондары етештереүен төҙөй башлай. Ер участкаһы рәсмиләштерелгән, проект-смета документацияһы әҙерләнә.

– Бер айҙан майҙансыҡта тәүге тракторҙар эшләй башлай. Бынан тыш, ошо уҡ инвестор Учалыға ла аҡса һала, 10 көндән ағас эшкәртеү ҡорамалы киләсәк. Үзбәкстан инвесторҙары метан буйынса автомобиль газ тултырыу станциялары буйынса әүҙем эшләй. Газ станциялары һаны буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһы буйынса Ростов өлкәһе менән бергә лидер. Үзбәк инвесторҙары менән дүрт автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөлгән дә инде. Быйыл беҙҙә тағы ике автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы әҙер буласаҡ, улар бер юлы юл буйы сервисы объекттары менән төҙөлә, – тип һөйләне был турала Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Дөйөм алғанда, Үзбәкстанда эшҡыуарлыҡ миссияһы йомғаҡтары буйынса 200-ҙән ашыу килешеүгә өлгәшелде, шул иҫәптән 100 миллион һумға халыҡ ҡулланылышындағы пластмасса тауарҙар менән тәьмин итеү тураһында “Альтернатива экспресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “IDILIA-HOME” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән экспорт килешеүҙәре төҙөлдө. Башҡортостандың нефть-газ секторын сағылдырған компаниялар өсөн 24-се “Үзбәкстандың нефть һәм газы – OGU 2022” халыҡ-ара күргәҙмәһенә һәм конференцияһына барыу ойошторолған. Күргәҙмә сиктәрендә “Үзбәкстаннефтегаз”, Sanoat Energetika Guruhi, LUKOIL акционерҙар йәмғиәттәре менән һөйләшеүҙәр үткәрелде. Үзбәкстан компаниялары Башҡортостан компанияларының продукциялары һәм тәҡдимдәре менән танышты һәм артабан хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итәсәк.

Яҡынса йомғаҡтар буйынса, “Авангард” предприятиеһы ун килешеүгә өлгәшкән. Шулай уҡ бизнес-миссияның икенсе көнөндә Башҡортостан компаниялары Үзбәкстан Республикаһының профилле предприятиеларында: Үзбәктелекомда, АГМК, CRAFERS заводында, косметик, мебель продукцияһы дистрибьюторҙарында һәм башҡаларҙа булды. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә “Скай Тэк Групп” (Vetvi.store) компанияһы Үзбәкстан биләмәһендә дилер буласаҡ (JNK) салонды һайланы, килешеү төҙөлә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: