26-27 майҙа Өфөлә “Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиелар кооперацияһы” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгресы уҙғарыла. Уның нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы кластерҙарында ҡатнашыусылар тормошҡа ашырырға ниәтләгән берлектәге кластер проекттарын алдан яҡлау була.
Халыҡ-ара конгресс барышында “Өҫтәмә хаҡ сылбырын үҙгәртеү: яңы мөмкинлектәр һәм перспектива” тигән темаға пленар ултырыш була. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡалар сығыш яһай.
Конференцияның төп маҡсаты – төбәктең инвестиция ҡеүәтен асыу, иң яҡшы практикалар менән таныштырыу, кластерҙарҙа инвестиция йүнәлетеү урындарын билдәләү, импортты алмаштырыу проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәжрибә туплау.
Конгресс барышында “Өфө” индустриаль паркы майҙансығында йыһаз, авиация, машиналар эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙарының етештереү сылбырында импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән инвестиция проекттары менән таныштырыу планлаштырыла. Шунда уҡ парктың буласаҡ резиденттарының береһе – Беларусь Республикаһының “Амкодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең машиналар эшләү компанияһы асыла. “Өфө” индустриаль паркында һәм “Сәнәғәт үҙәге” йәмғиәтендә идарасы компанияларҙәң һәм резиденттарҙың эшмәкәрлеген күрһәтәләр.
Сарала шулай уҡ еңел сәнәғәт кластерын ойоштороуға һәм фирма кейеме тегеү буйынса компетенциялар үҙәген асыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә. Мәғлүм булыуынса, быйыл апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус кейем тегеү буйынса компетенциялар үҙәген ойоштороу башланғысын тәҡдим иткәйне. Бындай үҙәк туҡыма һәм материалдар, фурнитура, төрлө ойошмалар өсөн махсус кейем тегеү өсөн әҙер экипировка етештереүселәрҙең барыһын да берләштерәсәк. Уны “Магеллан” компаниялар төркөмөнә ингән “Уралпром-Маркет” йәмғиәтенең етештереү майҙансығында асыу ҡарала. Компетенциялар үҙәге төрлө милек формаһындағы кәмендә 15 предприятиены берләштерер, тип күҙаллана.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press