Кисә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг булды һәм унда республика делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре ҡаралды. Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов нефть һәм газ тармағында Үзбәкстан менән берлектә бер нисә проект ҡаралды ла тине.
– Әлеге ваҡытта Благовещенда инвестиция проекты тормошҡа ашырыла ла. Бизнес-миссияла тап ошо тармаҡтан предприятиелар күп булды. Был НИПИ ПКГАЗ компанияһы, улар Үзбәкстандың “O‘ZLITINEFTGAZ” проект институты менән газ эшкәртеүсе предприятие булдырыу тураһында килешеү төҙөнө. "Русхим" компанияһы Үзбәкстан биләмәһендә тау-металлургия сәнәғәте өсөн октан күтәреүсе присадкалар һәм иреткестәр етештереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Шуныһын билдәләйем, Үзбәкстан газ тармағында бик алға киткән. Беҙ иһә нефть тармағында күпте беләбеҙ, – тине ул.
Башҡортостандың Үзбәкстанда эшләүен арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү, тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу өсөн Рәсәйҙең Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле офисы ла асылды.
– Төркиә, Белоруссия, Ҡаҙағстанда файҙаланылған иң яҡшы практикаларҙы яңы вәкил эшмәкәрлегенә лә индерәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Фото: Хөкүмәт сайты.