Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2022, 10:00

Предприятиеларға берҙәм эшләү мөмкинлеге булдырыла

26-27 майҙа Өфөлә “Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиеларҙың кооперацияһы” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгресс үтәсәк. Әлеге майҙансыҡ сиктәрендә уртаҡ кластер проекттарын беренсел яҡлау ойоштороласаҡ.  

Предприятиеларға берҙәм эшләү мөмкинлеге булдырыла
Предприятиеларға берҙәм эшләү мөмкинлеге булдырыла

Халыҡ-ара конгресс барышында “Өҫтәлмә хаҡ сылбырын трансформациялау: яңы мөмкинлектәр һәм перспективалар” тип аталған пленар ултырыш уҙасаҡ, уның эшендә республика Башлығы Радий Хәбиров, РФ АКИТ директоры Андрей Шпиленко, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Козловский, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Төбәк сәнәғәт сәйәсәте һәм проект идаралығы департаменты директоры Виталий Хоценко, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре, эксперттар ҡатнашасаҡ.

Конференцияның төп маҡсаттары – төбәктең инвестиция мөмкинлектәрен арттырыу, иң яҡшы практикаларҙы күрһәтеү, инвестициялар йәлеп итеү һәм импортты алмаштырыу проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ғәмәли белем һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу.

- Сараны үткәреү урынының осраҡлы рәүештә һайланмауын айырып билдәләп үтергә теләйем. Бөгөн инвестициялар өсөн көнәркәшлек бик юғары, әммә Башҡортостан, республика Башлығы Радий Хәбировтың асыҡ һәм әүҙем позицияһы арҡаһында, был өлкәлә алдынғылар рәтендә килә, - тип билдәләне Кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади биләмәләр ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко.

2021 йыл аҙағында РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереүҙә яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү буйынса пилот төбәк булараҡ һайланды. Республикала әлеге ваҡытта мебель кластеры төҙөлгән, шулай уҡ авиация, машиналар эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙарын булдырыу йәһәтенән эштәр дауам итә.

Конгресс барышында шулай уҡ “Еңел сәнәғәт кластеры һәм махсус эш кейеме тегеү буйынса үҙәк булдырыу” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған. Бындай башланғыс менән апрель айында республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Был үҙәк туҡыма, материалдар, фурнитура, төрлө ойошмалар өсөн тәғәйенләнәсәк махсус эш кейеменә әҙер экипировка етештереүселәр сылбырын берләштерәсәк. Уны “Магеллан” компаниялар төркөмөнә ингән, махсус эш кейеме етештереү менән шөғөлләнгән “Уралпром-Маркет” йәмғиәте базаһында булдырыу күҙаллана.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: