Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 22:30

Сауҙа ике яҡ өсөн дә кәрәк

Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан 25 миллион долларҙан ашыу суммаға 30 килешеү төҙөлгән.

Сауҙа ике яҡ өсөн дә кәрәк
Сауҙа ике яҡ өсөн дә кәрәк

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан юлдаш телеканалындағы брифингта республика делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре ҡаралды.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан Башҡортостан рәсми делегацияһының һәм эшлекле даирәләренең Үзбәкстан Республикаһына сәфәре барышында 25 миллион долларҙан ашыу суммаға 30 килешеү төҙөлдө. Шул иҫәптән кондитер, ағас изделиеларын, алкоголһеҙ эсемлектәрҙе экспортҡа оҙатыу һәм сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк, туҡыма продукцияһын, картуф киҫәктәрен, метиз продукцияһын импортлау тураһында.

– Үзбәкстанға эш сәфәре ваҡиғаларға бай булды. Делегация визиты программаһында эшлекле осрашыуҙар, хеҙмәт өлгөһө менән танышыу маҡсатында объекттарға барыу ҡаралғайны, - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

“Евразия” агропаркы вәкиле Абдумалик Рәхимов һөйләүенсә, һары сейә, абрикос һатыуға сығарылған да инде, миҙгел асыҡ.

– Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты беҙҙең инвестиция проекты менән таныштырҙылар, ул уны хупланы. Был проектты Үзбәкстандың эшҡыуарҙарына, төбәктәр башлыҡтарына күрһәттеләр. Улар бик ҡыҙыҡһынды, сөнки беҙҙә уларға үҙ продукцияһын һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Үзбәкстандың бөтә продукцияһы артабан бар төбәктәр буйлап таралһын тигән маҡсатты алға ҡуйып, күләмде арттыра барасаҡбыҙ, - тине ул.

Атап әйткәндә, Үзбәкстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Наманган, Фирғәнә территориаль идаралыҡтары, Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм “Евразия-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында үҙ-ара аңлашыу тураһында килешеүҙәр компания һәм сауҙа, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте һәм Үзбәкстан менән Башҡортостандың берлектәге инвестиция эшмәкәрлеге араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән.

– Үзбәкстандың үҫеш тәжрибәһе беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙең дә уртаҡлашыр, берлектә эш итеү өсөн тәҡдим итерлек нәмәләребеҙ байтаҡ. Был килешеүҙәр республика бизнес-берләшмәләренең үҙ-ара оҙайлы хеҙмәттәшлегенең башы буласаҡ, - тип билдәләне сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Документ шулай уҡ ике республиканың тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙары торошо тураһында мәғлүмәт менән алмашыуҙы, берлектәге конгресс-күргәҙмә сараларында ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в