Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстандағы эш сәфәре йомғаҡтары тикшерелде.
Унда беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Урал аръяғы” бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Үзбәкстан инвесторы менән Благовещенда ҙур проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуясаҡтар тине.
– Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек беҙҙең Хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Был әлеге ваҡытта айырыуса көнүҙәккә әйләнә. Үзбәкстанға барыр алдынан мөмкин булған хеҙмәттәшлектең бөтә йүнәлештәре һәм уртаҡ тауар әйләнеше буйынса бик ҙур эш алып барылды. Әле беҙ сәфәрҙең юл картаһын формалаштыра башланыҡ. Килешеүҙәр төҙөп бөткәс, беҙ уны тулыландырабыҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Ул шулай уҡ халыҡ-ара йүнәлештәрҙең һөҙөмтәлелеге тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге арҡаһында Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеге асылды һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Белоруссҡа килгәндә, унда барып ҡайтҡандан һуң, Башҡортостанда МКДОР заводы төҙөлә башланы.
– Беҙҙә бик лояль һәм файҙалы инвестиция ҡануниәте. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу беҙҙең өсөн иң мөһиме. Был инвестиция проектын өҫтөнлөклө итеү, мөлкәткә һалым буйынса ташламалар, торгтарһыҙ ер бүлеү һәм башҡалар. Беҙҙең ярҙам инструменттары бик киң, – тине ул.
Вице-премьер хәтергә төшөрөүенсә, республикала “Алға” махсус иҡтисади зонаһы булдырылды. Быйыл Радий Хәбиров был зонаны 75 процентҡа тултырырға ҡушты. Был уны киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.