Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2022, 12:30

Үзбәкстан менән Башҡортостан араһында авиабәйләнеш үҫәсәк

"Мин үҙем өсөн Үзбәкстанды яңынан асып ҡайттым, һоҡланғыс ил, контрастар донъяһы".

Үзбәкстан менән Башҡортостан араһында авиабәйләнеш үҫәсәк
Үзбәкстан менән Башҡортостан араһында авиабәйләнеш үҫәсәк

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстандағы эш сәфәре йомғаҡтары тикшерелде. Унда күтәрелгән төп темаларҙың береһе – Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында авиабәйләнеште үҫтереү.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, әле республика Хөкүмәте Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән был туралағы килешеүҙе әҙерләй.

– Ташкент менән тура авиабәйләнеш әленән бар, тик беҙгә уның йышлығы оҡшамай. Бынан тыш, Үзбәкстан ҡайһы бер башҡа илдәр менән бер рәттән логистик сылбырҙар үҙәгенә әйләнә. Шулай булғас, беҙгә лә тауар ташыу системаһын булдырыу кәрәк. Агроэкспресс һәм Евразия экспрессы кеүек проекттар беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һәм беҙ глобаль проекттар, Евразия иҡтисады үҙәген тормошҡа ашырғас, беҙгә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек стратегик партнерҙар мөһим. Был йәһәттән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды һәм эш башлана, – тине ул.

Беренсе вице-премьер белдереүенсә, яҡын арала республика пресс-турҙар ойоштора башлаясаҡ, ивент-саралар үткәрәсәк. Улар халыҡты Үзбәкстан мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Шулай уҡ мәҙәни алмашыныу ҙа әүҙем үҫешәсәк, экспозициялар, театрҙар ике яҡҡа йөрөйәсәк.

– Мин үҙем өсөн Үзбәкстанды яңынан асып ҡайттым, һоҡланғыс ил, контрастар донъяһы. Уларҙың беҙҙең менән уртаҡлашыр нәмәләре күп, шулай уҡ Башҡортостандың да. Беҙ үҙенсәлекле төбәк программалары әҙерләйәсәкбеҙ һәм унда өлкән йәштәгеләрҙе, мәктәп уҡыусыларын да ебәрәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.

Фото: million-wallpapers.ru 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: