Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2022, 21:15

Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашты

Сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эксперт советының күсмә ултырышы булды.

Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашты
Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашты

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү комитеты ҡарамағындағы Сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эксперт советының күсмә ултырышы булды. Уның темаһы – “Төбәк кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда импортҡа алмаш алымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу”.

Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Александр Козловский ултырыштың модераторы булды. Уның әйтеүенсә, әлеге сара “Яңы иҡтисади ысынбарлыҡта предприятиелар кооперацияһы” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгресы сиктәрендә үтә. Ошо конгрестың бай йөкмәткеле программаһы йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән иң рациональ ҡарарҙар Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡарауға сығарыла. Александр Козловский, конгрестың Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, тип билдәләне.

 – Беҙҙә тәжрибә, айырыуса Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлашырға мөмкинлек бар. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров сәнәғәтте үҫтереү фонды нигеҙендә махсус ойошмаларҙың эшен ҡулайлаштырыу йәһәтенән пилот проектын тормошҡа ашыра. Бында был проектты һөҙөмтәлерәк итеү өсөн тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр яңғыраясаҡ. Әле беҙгә тәү сиратта кәрәкле продукция етештереү өсөн бизнесҡа ярҙам күрһәтеүгә бөтә иғтибарҙы тупларға кәрәк, – тине ул, кластер сәйәсәтенең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында Башҡортостанда кластерҙар өлкәһенең бер нисә йыл дауамында үҫтерелеүе тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ Эксперт советының әүәлге ултырыштарында кластер проекттарына булышлыҡ итеү алымдарын тикшереү хаҡында ла иҫкәртте.  

– Был ярҙам сараларына төбәк кимәлендә ихтыяж ҙур булып сыҡты. Өҫтәүенә, беҙҙә был йүнәлеш күптән тикшерелә ине. Мәҫәлән, сәнәғәт кластерҙарын ойоштоороуға һәм үҫтереүгә сығымды субсидиялау ҡаралған, – тине Премьер-министр.

Төбәк сәнәғәт сәйәсәте һәм проект идараһы департаменты директоры урынбаҫары Леонид Данилов Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән Дәүләт Думаһының сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса Эксперт советының үҙ-ара эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сәнәғәт кластерҙарында ҡатнашыусыларға төбәк дәүләт ярҙамы саралары хаҡында ентекле сығыш яһаны.

Силәбе өлкәһенең сәнәғәтте үҫтереү фонды директоры урынбаҫары Алексей Титов һәм Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһының кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу йүнәлеше етәксеһе Евгений Кравченко ошо мәсьәлә буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко Башҡортостандың инвестиция майҙансыҡтарында ESG стандарттарын ғәмәлгә индереү хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, республика инвестиция шарттары буйынса милли рейтингта алдынғылар иҫәбенә инә.

Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһының Иҡтисади үҫеш аудиты департаменты директоры Антон Косьяненко өҫтөнлөклө режимлы биләмәләрҙә тотороҡло үҫеш принциптарын ғәмәлгә индереү тураһында телмәр тотто. Төбәк парламентынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацияла үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты рәйесе Хәлил Рәхимов сығыш яһаны.

Эксперт советы ултырышы ҡатнашыусылар араһында фекер алышыу һәм кәңәшмәгә йомғаҡ яһау менән тамамланды.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: