Башҡортостандағы Эшҡыуарлыҡ аҙналығында төбәк Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре әлеге иҡтисади шарттарҙа хеҙмәт күрһәтеү һәм бизнесҡа яңы ярҙам саралары тураһында һөйләне. Финанс университетының Өфө филиалы йылдам үҫкән компаниялар тураһындағы тикшеренеүҙәре һәм эшҡыуарлыҡтағы остазлыҡ проекты менән таныштырҙы.
– “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы” программаһы йылдам эшләй, беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһенән төрлө спикерҙарҙы, шул иҫәптән йәмәғәт берекмәләре һәм ғилми даирәләр вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Уларҙың эшҡыуарҙарға ла, шулай уҡ бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы ойошмаларына ла, власть органдарына ла байтаҡ тәҡдимдәре бар. Әлеге һәм өр-яңы дәүләт ярҙамы сараларының күбеһе фәнни һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләре менән тығыҙ бәйләнештә ҡабул ителде, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эксперттары продукцияға экспертиза үткәреү һәм уны сертификатлау мөмкинлектәре, “Импортты алмаштырыу биржаһы” сервисы, компанияларҙы үҫтереү этәргестәре менән таныштырҙы. Улар шулай уҡ “Хәләл индустрияһы: фальсификациянан нисек ҡотолорға” сессияһын ойошторҙо.
Бынан тыш, Сибайҙа Урал аръяғы эшҡыуарҙары һәм бизнес-шерифтар ҡатнашлығында сара булды. Унда уңышлы эшҡыуарҙар “түңәрәк өҫтәл”, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, шулай уҡ “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес-инкубаторына экскурсия ойошторолдо.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press