Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май , 23:50

Конгресс яңы маҡсаттар ҡуйҙы

Был сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән вәкилдәр килде.

Конгресс яңы маҡсаттар ҡуйҙы
Конгресс яңы маҡсаттар ҡуйҙы

26 майҙа Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиелар кооперациялары” тип исемләнгән кластерҙар буйынса халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгрестың пленар ултырышында ҡатнашты. Ул “Өфө” индустриаль паркы майҙансығында булды, унда Беларусь Республикаһының “Амкодор” машиналар эшләү холдингының яңы етештереү комплексын төҙөү проекты презентацияланғайны.

Ултырыштың модераторы – Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко.

Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән делегацияны, Ирандан, Беларусиянан, Ҡаҙағстандан килгән партнерҙарҙы, дуҫтарҙы тәбрикләп, Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе билдәләне:

- Көн тәртибендә яңы санкция шарттарында артабан нисек үҫеүебеҙгә, йәшәүебеҙгә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелә. Кооперацияның ниндәй мөһим мәғәнәгә эйә булыуын, бигерәк тә сәнәғәт өлкәһендә, беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Рәсәй эсендә кооперация һәм беҙҙең менән эшләргә теләгән илдәр менән. Бындай илдәр бик күп. Бөгөн бында эре сит компаниялары вәкилдәре ҡатнашыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Кластер сәйәсәте беҙҙең өсөн аҙ билдәле тема ине. Андрей Викторович Шпиленко ярҙамы менән был өлкәгә лә әүҙем инеп киттек. Шулай уҡ Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына беҙҙең мебель кластерын сәнәғәт кластерҙарының федераль реестрына индергән өсөн рәхмәтлебеҙ. Бының менән туҡталып ҡалманыҡ, артабан барабыҙ. Бөгөн күргәҙмәлә беҙҙең компанияларҙың төрлө етештереү йүнәлештәрендә берләшергә ниәтләүен күрҙек. Шуныһы мөһим – уларҙа илебеҙ һәм донъя иҡтисадының киләсәге.

Артабан республика Башлығы Башҡортостанда ҡабул ителгән иҡтисадты яҡлау саралары тураһында ла һөйләне. "Иң мөһиме - беҙ ышаныс мөхитен тыуҙыра алдыҡ. Предприятиелар дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеген аңлай, уларға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ", - тине ул.

Республика етәксеһе дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһе күп осраҡта предприятиеларҙың үҙҙәренең эшенә лә бәйле булыуын билдәләне, йәғни уларҙың етәкселәренең дөрөҫ идара итеү ҡарарҙарына, коллективтың көйлө эшенә, тармаҡ власть органдары менән конструктив һөйләшеүгә.

Конгрестың модераторы, Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко дискуссия форматында эшләргә саҡырҙы. Был иһә сығыш яһаусылар төбәктәрҙең инвестиция мөмкинлектәрен асһын, яңы тәжрибәләр тураһында һөйләһен, импортҡа алмаш проектын тормошҡа ашырыу буйынса ғәмәлдәге оҫталыҡтары менән бүлешһен өсөн эшләнде. "Шуны билдәләп үтер инем, сараны уҙғарыу урыны осраҡлы һайланманы. Бөгөн биләмәләр араһында инвесторҙар өсөн көрәш бара. Тап Радий Хәбировтың асыҡ һәм әүҙем позицияһы арҡаһында Башҡортостан был өлкәлә алдынғылыҡты биләй", - тине Андрей Шпиленко.

Ултырышта төбәктә иҡтисадҡа ярҙам саралары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та сығыш яһаны.

"Беҙ илдә беренселәрҙән булып тышҡы санкция баҫымы шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы саралар планын ҡабул иттек. Уны булдырғанда көрсөккә ҡаршы сараларҙың федераль тәжрибәһен ҡулландыҡ. Эшлекле берекмәләр, банк структуралары, мөһим предприятиелар менән консультациялар уҙғарҙыҡ. Өҫтәмә рәүештә төбәк һәм донъя практикаһын анализланыҡ. Беҙҙең көрсөккә ҡаршы план комплекслы рәүештә федераль сараларҙы тулыландыра һәм 54 миллиард һумлыҡ 140 сараны үҙ эсенә ала", - тине Андрей Назаров.

"Флекс Филмс Рус" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Джунаид Икбал Кхан әлеге ултырышта инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан етәкселеге эшенә юғары баһа бирҙе. "Республикала инвесторҙарға ныҡлы ярҙам тойола. Бында бизнес өсөн бик уңайлы урын. Бөгөн Рәсәйҙә һәм уның төбәктәрендә власть сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра, бизнесҡа ыңғай мөхит тыуҙыра", - тине Һиндостан эшҡыуары.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в