Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2022, 12:00

Ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар иғтибарына!

31 июлгә тиклем өлгөрөгөҙ.

Ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар иғтибарына!
Ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар иғтибарына!

1 июндән йыл һайын үткәрелгән “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы башлана.

Ул һалымдарҙы ваҡытында һәм тулыһынса түләүҙе ижтимағи йәһәттән күтәреү, һалым дисциплинаһы менән айырылған, бизнесты үтә күренмәле итеп алып барған һалым түләүселәрҙе асыҡлау өсөн үткәрелә.

Ғаризалар һәм документтар 1 июндән 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.

"Иң мөһиме - конкурста ҡатнашыусыларҙың эше түләнгән һалым суммаһы буйынса ғына баһаланмай. Консолидацияланған бюджет үҫешен, республика граждандары мәшғүллеген, үҙ предприятиеларында эш хаҡы үҫешен тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе билдәләү мөһим. Бынан тыш, юғары һалым дисциплинаһы, эшҡыуарлыҡты үтә күреүсән алып барғандарҙы билдәләү мөһим", - тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Еңеүселәр документтарында һәм продукцияһында конкурс еңеүсеһе исемен файҙалана ала. Сарала ҙур ойошма, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша.

Ун номинациянан торған конкурста үҙен һынап ҡарарға теләгәндәр документтарҙы Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 4-се ҡат, 400а бүлмәһенә тапшыра ала. Ә электрон формалағы документтар [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 218-15-55.

Фото: kam-kray.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: