Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2022, 12:45

Ресторандарға аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ етештерәсәкбеҙ

“Фермерҙар мәктәбе” бишенсе төркөм уҡыусыларын йыйҙы

Ресторандарға аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ етештерәсәкбеҙ
Ресторандарға аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ етештерәсәкбеҙ

Башҡортостан дәүләт аграр университетында "Фермер мәктәбе" проектының бишенсе этабы башланды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был проект алып барылған Рәсәйҙең 22 төбәге араһында Башҡортостанда ғына  "Ресторан бизнесы өсөн импортты алмаштырыу шарттарында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү" тип аталған йүнәлеш асылған һәм йүнәлеште проектҡа килгән 40 кешенең 31-е һайлаған.

  • "Фермер мәктәбе" — бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яҡшы ҡорал. Эре бизнес тотороҡлораҡ һәм иҡтисадтың ҡырыҫ ысынбарлығына нығыраҡ яраҡлашҡан, ә шәхси эшҡыуарҙар әҙ күләмдә, әммә тәбиғи продукция етештерә. Һуңғылары өҫтәүенә продукцияны дөрөҫ күрһәтә һәм һата белмәй. "Фермер мәктәбе"ндә беҙ ошо һабаҡтарҙы бирергә тырышабыҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Фермерҙар мәктәпте әҙер проекттар менән тамамларға, артабан ауыл хужалығы министрлығы аша грант программаларында ҡатнашырға тейеш тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Мәҫәлән, "Агростратап" һәм "Ғаилә фермаһы" ойошторолоу – уҡыуҙың лайыҡлы һөҙөмтәһе булыр ине.

Уҡытыуҙың яңы йүнәлешен башлап ебәреүселәрҙең береһе, республиканың билдәле рестораторы Михаил Кумпан билдәләүенсә, быға тиклем сит илдәрҙән килгән продукцияға күберәк өҫтөнлөк бирелгән, ә урындағы брендтарға иғтибар бүленмәгән. Хәҙер иҡтисади санкциялар арҡаһында килеп тыуған бушлыҡты тултырырға ваҡыт.

  • Уҡыу процесында беҙгә кемдең нимә үҫтергәнен, ниндәй аҙыҡ-түлек етештергәнен белеү мөһим, маркетингта ярҙам итеү, хужалыҡ продукцияһын конкуренцияға һәләтле булһын өсөн дөрөҫ ҡапҡа һалып етештереү һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эш итергә өйрәнергә ваҡыт, - ти Михаил Кумпан.

Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: