Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2022, 21:45

Төҙөлөшкә ярҙам күрһәтеү дауам итә

“Арстстройинвестиции” компанияһы майҙанында күсмә ултырыш үтте.

Төҙөлөшкә ярҙам күрһәтеү дауам итә
Төҙөлөшкә ярҙам күрһәтеү дауам итә

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә төҙөлөш тармағын үҫтереү буйынса төбәк төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышы үтте. Ул “Арстстройинвестиции” компанияһы майҙанында уҙҙы.

Андрей Геннадьевич объект менән танышты. Уның фекеренсә, “Цветы Башкирии” торлаҡ комплексы, “Арстстройинвестиции” проектының тормошҡа ашырылыуы төҙөлөш комплексында уңышлы өлгө һанала.

"Беҙ бында сифатлы итеп бойомға ашырылған өлгөлө проектты күрәбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Төҙөүселәр фатирҙарҙы планлаштырыуға ла, фасадтарҙы төҙөү буйынса ла, ихаталарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән дә берҙәй иғтибарлы мөнәсәбәт булдырған".

Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, әле инвестиция-төҙөлөш циклының артыҡ эштәрен кәметеү, торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам итеү буйынса эштәргә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк.

"Республика кимәлендә төҙөлөш секторына ярҙам дауам итә, – тине Андрей Назаров. – Айырым алғанда, ташламалы кредит ипотекаһы программаһын эшләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса саралар эшләнгән, торлаҡты ҡуртымға алыу проектына булышлыҡ итеү яҡшы бара".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в