Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май , 20:15

Ҙур мөмкинлектәр бирә

Кластерға инеү предприятиеға махсус ойошмаларҙың сараларында ҡатнашыу, кластер инфраструктураһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу, шулай уҡ преференцияларға, ташламаларға хоҡуҡ мөмкинлеген бирә.

Ҙур мөмкинлектәр бирә
Ҙур мөмкинлектәр бирә

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, “Яңы иҡтисади реалияларҙа предприятиеларҙың кооперацияһы” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конгресс барышында унда ҡатнашыусылар “Өфө” индустриаль паркы менән танышты. Ул ошо сараны үткәреү майҙансығы булды.

Конгреста ҡунаҡтарға производствоны преференциаль зона биләмәһендә урынлаштырыу өҫтөнлөгө тураһында һөйләнеләр.

"Үҫеш корпорацияһы, “Өфө” индустриаль парктың идарасы кампанияһы булараҡ, Волга буйы федераль округында мебель кластеры эшмәкәрлеген алып барыусы сифатында ҡатнаша, – тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Кластерға инеү предприятиеға махсус ойошмаларҙың сараларында ҡатнашыу, кластер инфраструктураһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу, шулай уҡ преференцияларға, ташламаларға хоҡуҡ мөмкинлеген бирә".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в