Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙарын үҫтереүгә иғтибар артыуын белдерҙе.
"Предприятиеларҙы ошолай берләштереү импортҡа бәйлелекте кәметергә, яңы эш урындары булдырырға, ҡулланыусыға һатҡанға тиклем тулы етештереү сылбырын уңышлы дауам итергә булышлыҡ итәсәк. Миҫал - Башҡортостандың мебель кластеры илдә беренсе булып Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде. Унда ҡатнашыусылар дөйөм суммаһы 775 миллион һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға планлаштыра. Алдағы өс-дүрт йылда был кластер предприятиеларында 1200-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк.
Әле булдырыу өҫтөндәге пилотһыҙ авиация кластеры тағы ла юғары эш хаҡы түләнгән биш мең хеҙмәт урыны менән тәьмин итәсәк. Бында пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн компоненттар һәм мәғлүмәт системалары етештереләсәк.
Бының менән генә туҡталмайбыҙ. Беҙҙең етештереүселәр производствоның төрлө өлкәләрендә берләшергә ниәтләй. Булдырыу процесында машиналар эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙары бар. Беҙҙең эре предприятиелар уларҙа ҡатнашырға әҙер.
Башҡортостан – кластерҙарҙы үҫтереүгә яңы алымдар индереү буйынса Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе. Бөгөн Өфөнөң “Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиелар кооперацияһы” халыҡ-ара конгресы өсөн майҙансыҡҡа әүерелеүе лә осраҡлы түгел. Беҙҙең республикаға илебеҙҙең ҡырҡ төбәгенән делегациялар, Иран, Беларусь, Ҡаҙағстандан партнерҙарыбыҙ, эре сит ил компаниялары вәкилдәре килде. Улар һәм Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Викторович Шпиленко менән кластер үҫешенә, халыҡ-ара кооперацияға, резиденттар аласаҡ субсидиялар һәм преференцияларға бәйле һорауҙар тикшерелде, тәжрибә уртаҡлашылды. Перспективалар етди. Алға ҡарай барабыҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.