«Биорон» һәм «БашБалыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр “Алға” иҡтисади үҫеш зонаһына ҡушылды, ошо көндәрҙә улар Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы реестрына индерелгән. Бынан бер ай элек был компанияларҙың инвестиция проекттарының бизнес-пландары “Алға”-ның эксперт советы тарафынан раҫланған һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән етештереү эшмәкәрлеге алып барыу тураһында килешеүҙәр төҙөгән.
«Биорон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте В2 витамины (рибофлавин) етештереү өсөн заманса производство төҙөргә ниәтләй, уның дөйөм ҡеүәте йылына 900 тонна тәшкил итәсәк. Бизнес-планға ярашлы, проектты тормошҡа ашырыу быйыл башланасаҡ, файҙаланыуға индереү 2024 йылдың 4-се кварталына билдәләнгән. Инвестицияларҙың күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Рәсәйҙә бындай предприятиеның аналогтары юҡлығын айырым билдәләп үтке килә.
Икенсе резидент – «БашБалыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡынса 1,2 миллиард һумлыҡ уҡбалыҡ үҫтереү һәм тәрән эшкәртеү өсөн комплекс төҙөргә ниәтләй. Эш башлау менән предприятие Рәсәй баҙарына экологик яҡтан таҙа балыҡ продукцияһы сығара башлаясаҡ. Был проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу илдең иҡтисади хәүефһеҙлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
— «Алға» — Рәсәйҙең иң йәш махсус иҡтисади зоналарының береһе. Бөгөн уға теүәл ике йыл тула. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ярҙамы менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән 2020 йылдың 27 майында Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә «Алға» сәнәғәт һәм етештереү зонаһының беренсе махсус иҡтисади биләмәһе булдырылды.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, проект үҙен илдең иң йылдам үҫешеүсе махсус иҡтисади зонаһы итеп танытыуға өлгәште. Бөгөнгө ауыр заманда яңы резиденттарҙың барлыҡҡа килеүе Башҡортостанда тотороҡло инвестиция климаты һаҡланыуына дәлил булып тора. Ә был - Хөкүмәттең, республиканың Үҫеш корпорацияһының, шулай уҡ урындағы хакимиәттәрҙең эҙмә-эҙлекле эше һөҙөмтәһе. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы инвесторҙар өсөн булдырылған өҫтөнлөктәр, уңышлы географик торошо арҡаһында яҡын киләсәктә республика картаһында сәнәғәт һәм технологик үҫештең яңы нөктәһе булыр тип ышанабыҙ, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, «Алға» Дәүләт именлеге комитетының эксперттар советы рәйесе Илшат Тажетдинов.
Ике йыл элек кенә булдырылған "Алға" махсус иҡтисади зонаға инеүселәр һәм уңышлы эш башлаусылар һаны 12 ойошмаға етте. Уларҙың дөйөм инвестиция күләме 26 миллиард һум самаһы тәшкил итә, 1,7 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Уҙған йылдың декабренән башлап уның тәүге резиденттары үҙ производствоһын башлап ебәрә — был "ҘУР" компанияһының диодлы лампаларын етештереү заводы һәм "Аркада" компанияһының махсус эш кейемдәре тегеү фабрикаһы. Бөгөн бында 300-ҙән ашыу кеше эшләй.
Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.