Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2022, 14:45

Һалым идаралығында – яңы етәксе

Андрей Агапов үҙ теләге менән Баш дәүләт торлаҡ инспекторы вазифаһынан бушатылғайны.

Һалым идаралығында – яңы етәксе
Һалым идаралығында – яңы етәксе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль һалым хеҙмәтен республика идаралығы коллективы менән осрашты. Унда Федераль һалым хеҙмәтенең Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара инспекцияһы начальнигы Антон Закамский Башҡортостан идарылығының яңы етәксеһе Андрей Агапов менән таныштырҙы.

Әлегә тиклем республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Андрей Агапов үҙ теләге менән Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе – Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы вазифаһынан бушатылғайны. Төбәк етәксеһенең йәнә бер Указы менән был вазифаны ваҡытлыса башҡарыу дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артур Дәүләтшинға йөкмәтелде.

Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара инспекция начальнигы Антон Закамский республика етәкселегенә идаралыҡ эшмәкәрлегендә булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан һалым хеҙмәтенең эш күрһәткестәре, төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым кереме буйынса округта алдынғылар иҫәбендә.

Радий Хәбиров һалым хеҙмәте коллективы эшен юғары баһаланы һәм яңы етәксегә уңыштар теләне.

– Республиканың һалым хеҙмәтенә етәкселек итеү – ҙур яуаплылыҡ ул. Һеҙҙе һөнәри белемгә һәм компетенцияларға эйә булған аҡыллы етәксе тип беләбеҙ. Яңы бурыстарҙы уңышлы үтәрһегеҙ, тип ышанам, – тине республика Башлығы.

Андрей Владимирович Агапов 1974 йылдың 11 авгусында Пенза өлкәһенең Лесное ауылында тыуған. Ырымбур дәүләт аграр университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында ассистент булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Көрсөккә ҡаршы идара итеү буйынса белгестәр әҙерләү үҙәге етәксеһе, Рәсәй Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Федераль күсемһеҙ милек объекттары кадастры агентлығының Башҡортостан идаралығында бүлек начальнигы, ошо идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары, Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан территориаль идаралығы етәксеһе була. 2021 – 2022 йылдарҙа – Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комиетыт рәйесе – Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы.

Андрей Агапов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: